Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын».
Алла кешене Үҙ рәүешендә, Аллаға оҡшатып яратты – Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты.