YouVersion 標識
搜索圖示

Матфей 1:18-19

Матфей 1:18-19 BSKNT14

Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана. Ире Йософ иһә, тәҡүә кеше булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй.