1
Матфей 10:16
Инжил
Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
對照
Матфей 10:16 探索
2
Матфей 10:39
Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; ә Минең хаҡҡа йәнен юғалтҡан уны табыр.
Матфей 10:39 探索
3
Матфей 10:28
Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!
Матфей 10:28 探索
4
Матфей 10:38
Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел.
Матфей 10:38 探索
5
Матфей 10:32-33
Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә Күктәге Атам алдында ҡабул итермен. Ә инде кем кешеләр ҡаршыһында Минән ваз кисә, Мин дә Күктәге Атам ҡаршыһында унан ваз кисермен.
Матфей 10:32-33 探索
6
Матфей 10:8
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.
Матфей 10:8 探索
7
Матфей 10:31
Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк.
Матфей 10:31 探索
8
Матфей 10:34
Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем.
Матфей 10:34 探索
主頁
聖經
計劃
影片