Яхъя 6
6
Биш мең кешене туйҙырыу
1Шунан һуң Ғайса Галилея күле аръяғына китте. Ул Тивериада күле тип тә атала ине. 2Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе. 3Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға менеп ултырҙы. 4Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.
5Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килеүен күреп, Филипҡа:
– Уларҙы ашатырға ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.
6Ул был һүҙҙәрҙе уны һынар өсөн генә әйтте, сөнки нимә эшләйәсәген белә ине инде.
7– Уларҙың һәр береһенә аҙлап ҡына бүлеп бирергә лә ике йөҙ динарлыҡ#6:7 Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән. икмәк етмәҫ, – тип яуапланы Филипп.
8Шәкерттәрҙең береһе, Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей:
9– Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күп халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине.
10– Уларға ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса.
Был ерҙә үлән ҡуйы үҫкәйне. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине. 11Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе. 12Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә:
– Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.
13Улар, биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙы.
14Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр:
– Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.
15Ғайса иһә, уларҙың Уны көслөк менән батша итеп ҡуйырға теләүҙәрен белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте.
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
16Кис еткәс, шәкерттәре күл буйына төштө лә, 17кәмәгә ултырып аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса һаман күренмәне. 18Күлдә ҡаты ел ҡупты, тулҡындар көсәйҙе. 19Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым#6:19 Биш-алты саҡрым – грекса «егерме биш-утыҙ стадия». Бер стадия – 192 м. ара үткәйне, шунда улар күл өҫтөнән атлап кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр.
20– Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса.
21Шәкерттәре Уны кәмәгә алырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар бара торған ярға килеп туҡтаны.
Ғайса – тормош икмәге
22Икенсе көндө лә халыҡ күл ярында тора ине әле. Улар бында бер генә кәмә булыуын, ул кәмәгә шәкерттәрҙең генә ултырып китеүен, ә Ғайсаның унда юҡлығын күргәйне.
23Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны. 24Халыҡ, унда Ғайсаның да, шәкерттәренең дә юҡлығын күргәс, кәмәләргә ултырып, Капернаумға Ғайсаны эҙләп китте. 25Уны күлдең аръяҡ ярында эҙләп тапҡас:
– Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар.
26Ғайса уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ! 27Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Үҙенең хуплаулы тамғаһын Уға һалды, – тине.
28– Аллаға яраҡлы эштәрҙе ҡылыр өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш? – тип һораны кешеләр.
29– Аллаға яраҡлы эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.
30Улар Ғайсаға:
– Беҙ Һиңә ышанырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. – 31Изге Яҙмала: «Ул уларға ашарға күктән икмәк бирҙе», – тиелгән кеүек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ сүлдә саҡта манна#6:31 Манна – Алла боронғо Израиль халҡын ҡоллоҡтан азат итеп Мысырҙан сығарғас, сүлдә туйҙырыу өсөн күктән ебәрелгән ризыҡ. ашаған.
32– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә. 33Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
34– Әфәндем, беҙгә һәр ваҡыт шундай икмәк биреп торсо!
35Ғайса уларға былай тине:
– Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ. 36Ләкин, әйткәнемсә, Мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер ышанмайһығыҙ. 37Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен. 38Сөнки Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем. 39Ә Мине Ебәреүсенең ихтыяры шул: Ул Миңә биргән кешеләрҙең береһен дә һәләк итмәйенсә, аҙаҡҡы көнөндә үленән терелтергә тейешмен. 40Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормош алыуын теләй, Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.
41Йәһүдтәр араһында Уның: «Мин – күктән килгән икмәк», – тигән һүҙҙәренә ҡарата ризаһыҙлыҡ ауаздары ишетелде. Улар үҙ-ара:
42– Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ бит, шулай булғас, нисек итеп Ул: «Мин күктән килдем», – тип әйтә ала икән? – тиеште.
43– Һуҡранмағыҙ, – тине Ғайса. 44– Мине ебәргән Атам алып килмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай. Мин ул кешене аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен. 45Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә. 46Был кем дә булһа Атаны күргән тигән һүҙ түгел әле. Бары тик Алланан Килеүсе генә Атаны күрҙе. 47Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кешенең генә мәңгелек тормошо бар. 48Мин – тормош икмәге. 49Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ сүлдә манна ашаһа ла, аҙаҡ барыбер үлде. 50Күктән килгән икмәк иһә ундай түгел: уны ашағандар үлмәҫ. 51Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.
52Шул һүҙҙәр айҡанлы йәһүдтәр араһында:
– Был Кеше ризыҡ итеп беҙгә нисек Үҙ тәнен бирә алыр икән? – тип ҡаты бәхәс ҡупты.
53Ғайса иһә уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ, – тине. – 54Минең тәнемде ашап, Минең ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен. 55Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек. 56Тәнемде ашап, ҡанымды эскән кеше Миндә ҡала, Мин унда ҡалам. 57Мине Атам – мәңге тере Алла ебәрҙе һәм Мин Уның арҡаһында йәшәйем. Шулай уҡ Минең тәнемде ашаусы ла Минең арҡала йәшәйәсәк. 58Был – күктән килгән икмәк. Ул һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар үлгән, ә был икмәкте ашаусы мәңге йәшәйәсәк.
59Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта һөйләне.
«Һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер?»
60Ғайсаның күп шәкерттәре был һүҙҙәрҙе ишеткәс:
– Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ! Быны тыңлау мөмкин түгел! – тиеште.
61Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белеп:
– Былар һеҙҙе рәнйетәме? 62Әҙәм Улының элекке урынына күтәрелеүен күрһәгеҙ, ни булыр? 63Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә. 64Әммә һеҙҙең арағыҙҙа иман тотмағандар ҙа бар, – тине.
Ул кемдең Уға ышанмауын һәм кемдең хыянат итәсәген тәүҙән үк белә ине.
65Ғайса һүҙен дауам итте:
– Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай», – тинем.
66Шул ваҡыттан Ғайсаның күп шәкерттәре, айырылып китеп, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.
67– Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер? – тип һораны Ғайса ун ике шәкертенән.
68Симон Петр:
– Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит. 69Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ, – тип яуап бирҙе.
70– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? Әммә арағыҙҙағы берәү – иблис. – 71Ғайса быны аҙаҡ Үҙенә хыянат итәсәк ун икәүҙең береһе булған Симон Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте.
© Институт перевода Библии, 2014