Башланмыш 6:1-4

Башланмыш 6:1-4 БВЗ(Н)

Ер йөҙөндә кешеләр күбәйгәндән-күбәйҙе. Кешеләрҙән тыуған ҡыҙҙарҙың матурлығын күреп, илаһи заттар уларҙы үҙҙәренә ҡатын итеп алды. Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр. Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа һәм унан һуңыраҡ та ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.