Башланмыш 3
3
Кешенең гонаһы
1Раббы Алла бар иткән бөтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан:
– Ысынлап та Алла һеҙгә баҡсалағы бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәнеме? – тип һораны.
2– Ағастарҙың емешен ашай алабыҙ беҙ, – тине ҡатын йыланға. – 3Алла, бары баҡса уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине.
4– Юҡ, үлмәйһегеҙ, – тине йылан ҡатынға. – 5Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаған көндө күҙегеҙ асыласаҡ та, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, Алла кеүек буласаҡһығыҙ.
6Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны. 7Икеһенең дә күҙҙәре асылды һәм үҙҙәренең яланғас булғандарын аңланылар. Шуға күрә инжир япраҡтарынан алъяпҡыс әтмәлләп алдылар.
8Көн ҡыҙыуы һүрелгәс, улар баҡсала йөрөгән Раббы Алланың тауышын ишеттеләр ҙә, унан ҡасып, ағас араһына йәшенделәр.
9– Ҡайҙа һин? – тип өндәште Раббы Алла әҙәмгә.
10– Баҡсала тауышыңды ишеттем дә, яланғас булыуымдан ҡурҡып, йәшендем, – тип яуап бирҙе әҙәм.
11– Яланғас икәнеңде һиңә кем әйтте? – тип һораны Раббы Алла. – Мин ашамаҫҡа ҡушҡан ағастың емешен ашаныңмы әллә?
12– Һин миңә иш булһын тип биргән ҡатын – ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным, – тип яуапланы әҙәм.
13Раббы Алла ҡатындан:
– Ниңә улай эшләнең? – тип һораны.
Ҡатын:
– Мине йылан ҡотортто, шуға ашаным, – тине.
14Раббы Алла йыланға былай тине:
«Ҡәһәр алдың был ҡылығың өсөн,
Барлыҡ мал-тыуар, кейектәр араһында ҡәһәрле һин.
Ҡарының өҫтөндә шыуышып йөрөрһөң,
Тупраҡ менән туҡланырһың.
15Һинең менән ҡатын араһына,
Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына
Дошманлыҡ һалам Мин.
Ҡатындың улы башыңды иҙер,
Һин уның үксәһен сағырһың».
16Раббы Алла ҡатынға былай тине:
«Ғазаплы итәм йөклө сағыңды,
Яфаланып табырһың балаңды.
Иреңде гел көҫәп торорһоң:
Ул һинең хакимың булыр».
17Ә әҙәмгә Раббы Алла шуны әйтте:
«Ҡатыныңдың һүҙен тыңлап,
Мин ашама тип тыйған ағастың
Емешен ашаған өсөн
Тупраҡ һинең арҡаңда ҡәһәрләнде:
Ғүмерең буйы яфаланып табасаҡһың ризығыңды.
18Тупраҡ сәнскәк менән билсән үҫтерәсәк һиңә,
Ҡырҙағы үләндәр менән туҡланырһың.
19Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем
Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде.
Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың,
Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».
20Әҙәм ҡатынына Һауа#3:20 Һауа – йәһүд телендә «йәшәү» тигән мәғәнәлә. тип исем бирҙе, сөнки ул бөтә әҙәм балаларының әсәһе булды.
21Раббы Алла, тиренән кейем-һалым эшләп, Әҙәм һәм уның ҡатынын кейендерҙе. 22Шунан Раббы Алла былай тине:
– Бына Әҙәм, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, беҙҙең беребеҙ кеүек булды. Инде тереклек ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуймаһын тағы!
23Шулай итеп, Раббы Алла, үҙе яратылған тупраҡты эшкәртһен өсөн, Әҙәмде Ғедән баҡсаһынан сығарып ебәрҙе. 24Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар#3:24 Кирубтар – был урында Алланың баҡсаны ҡарауылларға ебәргән һаҡсылары. һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы.
Iliyochaguliwa sasa
Башланмыш 3: БашИЯ2023
Kuonyesha
Shirikisha
Nakili
Je, ungependa vivutio vyako vihifadhiwe kwenye vifaa vyako vyote? Jisajili au ingia
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023