Башланмыш 10
10
Ер йөҙөндәге халыҡтар
1Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Йәфәҫтең нәҫел шәжәрәләре.
Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Йәфәҫтең балалары тыуҙы.
2Йәфәҫтең улдары:
Ғүмәр, Магог, Мадай, Яуан, Тувал, Мәшәх һәм Тирас.
3Ғүмәрҙең улдары:
Ашкеназ, Рифаҫ һәм Тогарма.
4Яуандың ул-нәҫелдәре:
Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар. 5Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре.
6Хамдың улдары:
Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән.
7Куштың улдары:
Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха.
Рағманың улдары:
Шева менән Дедан.
8Куштың тағы Нимруд исемле улы бар ине, ул ер йөҙөндә иң беренсе батыр булды. 9Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимруд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған. 10Тәүҙә уның батшалығына Шинғар ерҙәрендәге Бабил, Әрәх, Аккад, Калне ҡалалары инә ине. 11Был илдән ул Ашшурға китеп, унда Ниневегә, Реховот-Ирға һәм Калахҡа, 12шулай уҡ Ниневе менән Калах – ул бик ҙур ҡала – араһындағы Ресенға нигеҙ һалды.
13Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи, 14паҫруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы булды.
15Ҡәнғәндең улдары:
баш балаһы Сидон, Хит, 16шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр, 17хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙәр, 18аруадиҙар, семариҙар һәм хамаҫиҙар тарала.
Һуңынан Ҡәнғәндең нәҫел-ырыуы тирә-яҡҡа йәйелде. 19Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла. 20Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Хам нәҫелдәре.
21Йәфәҫтең ағаһы Шемдың да балалары булды. Шем бөтә Ғевәр нәҫеленең атаһы ине.
22Шемдың улдары:
Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.
23Арамдың улдары:
Ғус, Хул, Ғәҫәр һәм Маш.
24Арпахшад – Шелахтың, Шелах – Ғевәрҙең атаһы. 25Ғевәрҙең ике улы тыуҙы: береһенең исеме – Пәләг#10:25 Пәләг – йәһүд телендә «бүлеү» тигән һүҙгә тура килә. – сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһенеке – Йоҡтан.
26Йоҡтан – Алмодад, Шәләф, Хасармавеҫ, Ярах, 27Һадорам, Узал, Диҡла, 28Ғовал, Авимаил, Шева, 29Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр. 30Уларҙың ерҙәре Мешанан көнсығышҡа табан Сефар тауҙарына хәтлем һуҙыла ине.
31Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Шем нәҫелдәре.
32Туфандан һуң Нух улдары нәҫеленән сыҡҡан һәм ырыу-ҡәбилә булып ер йөҙөнә таралған халыҡтарҙың нәҫел шәжәрәһе ошо.
Selectat acum:
Башланмыш 10: БашИЯ2023
Evidențiere
Partajează
Copiază
Dorești să ai evidențierile salvate pe toate dispozitivele? Înscrie-te sau conectează-te
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023