YouVersion
Pictograma căutare

Яхъя 8

8
Зина ҡылып тотолған ҡатын
1Ғайса Зәйтүн тауына китте. 2Иртә менән яңынан Алла Йортона килгәс, Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы өйрәтә башланы. 3Шул саҡта ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килеп, халыҡ алдына баҫтырып ҡуйҙылар ҙа 4Ғайсаға:
– Остаз! Был ҡатын зина ҡылғанда тотолдо. 5Ҡанунда Муса бындайҙарҙы таш менән бәреп үлтерергә ҡушҡан. Һин ни әйтерһең? – тинеләр.
6Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы. 7Тегеләр һорау биреүен дауам иткәс, күтәрелеп уларға:
– Һеҙҙең ҡайһығыҙ бер ҡасан да гонаһ ҡылмаған, шул башлап уға таш атһын, – тине 8һәм, эйелеп, ергә яҙыуын дауам итте.
9Быны ишеткәс, өлкәндәренән башлап бер-бер артлы сығып киттеләр. Ғайса Үҙенең алдында баҫып торған ҡатын менән яңғыҙ ҡалды.
10Ғайса уға күтәрелеп ҡараны:
– Ханым, ҡайҙа улар? Һине бер кем дә хөкөм итмәнеме?
11Ҡатын:
– Бер кем дә, Әфәндем, – тип яуапланы.
– Мин дә һине хөкөм итмәйем. Бар, бүтәнсә гонаһ ҡылма, – тине Ғайса#7:53–8:11 Был аяттар иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа юҡ..
Ғайса – донъяға яҡтылыҡ
12Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште:
– Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.
13– Һин Үҙ хаҡыңда Үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың. Һинең шаһитлығың хаҡ түгел, – тине фарисейҙар Уға.
14Ғайса уларға:
– Үҙ хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, әйткәндәрем ысын, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. – 15Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем. 16Иткән хәлдә лә, хөкөмөм хаҡ, сөнки яңғыҙ түгелмен: Мин Үҙемде ебәргән Атам менән бергәмен. 17Һеҙҙең ҡанунығыҙҙа: «Ике шаһиттың һүҙе хаҡ», – тиелгән. 18Беҙ – ике шаһит, Мин һәм Мине ебәргән Атам, икебеҙ ҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ.
19Ғайсанан:
– Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар.
Ғайса:
– Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.
20Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла Йортонда саҙаҡа һандығы янында өйрәткәндә әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.
«Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ»
21Ғайса уларға йәнә:
– Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә ышанмау гонаһы менән үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
22– Уның: «Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигәне нимәне аңлата икән? Әллә Ул Үҙен Үҙе үлтермәксеме? – тиеште йәһүдтәр.
23Ғайса:
– Һеҙ бынан, ерҙән, Мин – юғарынан. Һеҙ был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы. 24– Мин һеҙгә: «Үҙ гонаһтарығыҙ менән үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең – Шул#8:24 Мин – Шул – Был һүҙҙәрҙе «Мин бар» йә «Мин Булыусы» тип тә аңларға мөмкин һәм улар Алланың «Мин бар» тигән исеменә тап килә. Был хаҡта «Тәүрат»тың «Сығыу» китабында 3-сө бүлектең 14-се аятында уҡырға мөмкин. булыуыма ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.
25– Кем һуң Һин? – тип һоранылар Унан.
– Быны һеҙгә күптән әйтә киләм, – тине Ғайса. – 26Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәреүсенән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә.
27Улар Ғайсаның Ата хаҡында һөйләүен аңламаны. 28Ә Ғайса һүҙен дауам итте:
– Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң#8:28 Юғары күтәреү – Ғайса Мәсихте арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау күҙ уңында тотола. 19:6-сы аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ., Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмауымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләүемде лә белерһегеҙ. 29Мине Ебәреүсе янымда, Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.
30Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр Уға инанды.
Ибраһимдың балаларымы, Иблистекеме?
31Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә:
– Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. 32Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер, – тине.
33Уға ҡаршы:
– Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр, – һәм һис ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас нисек Һин: «Ирекле булырһығыҙ», – тиһең?
34– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 35Ҡол ғаиләлә ваҡытлыса ғына тора, ә атаның улы мәңгегә ғаилә ағзаһы була. 36Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ. 37Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ. 38Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ.
39Улар:
– Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе.
– Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ. 40Һеҙ, киреһенсә, Мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим шулай эшләнеме ни?! 41Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең ысын атағыҙҙың эшен ҡылаһығыҙ, – тине Ғайса.
Тегеләр:
– Беҙ уйнаштан тыумағанбыҙ, беҙҙең атабыҙ бер генә: Ул – Алла, – тинеләр.
42Ғайса уларға былай тине:
– Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе. 43Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит Һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ. 44Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы. 45Мин хәҡиҡәтте һөйләгәнгә күрә, һеҙ Миңә ышанмайһығыҙ. 46Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ? 47Кем Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.
Ғайса һәм Ибраһим
48– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.
49Ғайса:
– Миңә ен эйәләшмәгән. Мин Атамды хөрмәт итәм, ә һеҙ Мине хурлайһығыҙ. 50Мин Үҙемә дан эҙләмәйем, Миңә дан Эҙләүсе башҡа Берәү, һәм Ул хөкөм итә. 51Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.
52– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәнлегенә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең. 53Һин атабыҙ Ибраһимдан да бөйөгөрәкме ни? Ул үлгән, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Үҙеңде кем тип һанайһың?
54Ғайса:
– Мин Үҙемде Үҙем данлаһам, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам данлы бөйөклөк бирә. 55Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам. 56Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды, – тип яуап бирҙе.
57Йәһүдтәр Уның был һүҙҙәренә:
– Һиңә әле илле йәш тә юҡ. Нисек итеп Һин Ибраһимды күрҙең? – тинеләр.
58Ғайса уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде#8:58 24-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ., – тип яуап бирҙе.
59Шул саҡта йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшеренде һәм Алла Йортонан сығып китте.

Selectat acum:

Яхъя 8: BskNT14

Evidențiere

Partajează

Copiază

None

Dorești să ai evidențierile salvate pe toate dispozitivele? Înscrie-te sau conectează-te