Башланмыш 13
13
Ибрам менән Луттың айырылыуы
1Ибрам ҡатыны, барлыҡ мөлкәте менән Мысырҙан сығып, Негевҡа юл тотто. Лут та уның менән ине. 2Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине. 3Негевтан ул, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, Бейт-Илгә тиклем килде. Бейт-Ил менән Ғай араһындағы әүәл сатыр ҡорған урынға етте. 4Элек эшләгән ҡорбан усағы янына туҡтап, Раббы исеменә доға бағышланы.
5Ибрам менән бергә күсенеп йөрөгән Луттың да мал-мөлкәте, сатырҙары бар ине. 6Малдары күбәйеп киткәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы. 7Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәр йәшәй ине. 8Ибрам Лутҡа:
– Беҙ бит туғандар, – тине. – Үҙебеҙҙең арала ла, көтөүселәребеҙ араһында ла ыҙғыш-талаш булмаһын! 9Бына бөтә ер һинең алдыңда. Әйҙә, айырылайыҡ: әгәр һин һулға китһәң, мин уңға китермен. Һин уңға йүнәлһәң, мин һулға ҡайырылырмын.
10Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны. 11Лут үҙенә тотош Иордан үҙәнен һайланы ла көнсығышҡа табан китте. Шулай итеп, улар айырылышты: 12Ибрам Ҡәнғән ерендә йәшәп ҡалды, Лут үҙән буйындағы ҡалалар араһында төйәкләнде. Содомға яҡын бер ерҙә сатырҙарын ҡорҙо. 13Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.
14Лут айырылып киткәс, Раббы Ибрамға былай тине:
– Үҙең баҫып торған урындан күҙеңде күтәреп баҡ: төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла, көнсығышҡа ла, көнбайышҡа ла ҡара. 15Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен. 16Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер. 17Бар, был ерҙәрҙе арҡырыға-буйға йөрөп сыҡ, сөнки Мин уларҙы һиңә бирәсәкмен.
18Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.
Nu geselecteerd:
Башланмыш 13: БашИЯ2023
Markering
Deel
Kopiëren
Wil je jouw markerkingen op al je apparaten opslaan? Meld je aan of log in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023