YouVersion လိုဂို
ရှာရန် အိုင်ကွန်

Яхъя 5

5
Быуа буйында һауыҡтырыу
1Бынан һуң Ғайса йәһүдтәрҙең Иерусалимда үткән байрамына китте.
2Иерусалимда Һарыҡ Ҡапҡаһы янында йәһүдсә Вифезда#5:2 Вифезда – «шәфҡәт йорто» тигән мәғәнәлә. тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан бағаналы биш залында#5:2 Бағаналы зал – бағаналарҙан торған өҫтө ябыулы асыҡ ҡоролма. 3бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, паралич һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ятҡан. 4[Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.]#5:3, 4 Йәйә эсендәге аңлатма иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа юҡ. 5Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине. 6Ғайса, ул кешене күреп һәм уның шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, унан:
– Һауығырға теләйһеңме? – тип һораны.
7– Эйе, Әфәндем, – тип яуапланы ауырыу, – ләкин һыу болғанған ваҡытта мине быуаға төшөрөр кешем юҡ шул. Мин унда барып еткәнсе, башҡа берәү төшөп өлгөргән була.
8– Тор, түшәгеңде ал да атлап кит, – тине уға Ғайса.
9Теге кеше шунда уҡ һауыҡты ла, түшәген алып атлап китте. Был хәл шәмбе#5:9 Шәмбе – Муса ҡануны буйынса, йәһүдтәрҙең ял итеү һәм ғибәҙәт ҡылыу көнө. көнөндә булды.
10Шунлыҡтан йәһүдтәр уға:
– Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.
11Әммә ул:
– Мине һауыҡтырған Кеше: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тип әйтте, – тине.
12– Һиңә: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тигән кем Ул? – тип һоранылар.
13Ләкин һауыҡҡан кеше Уның кемлеген белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.
14Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып:
– Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.
15Ул кеше йәһүдтәрҙең башлыҡтары ҡаршыһына барып, үҙен Ғайсаның һауыҡтырыуын һөйләп бирҙе.
«Атаһы ни ҡылһа, Улы шуны эшләр»
16Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрлекләй башланы.
17– Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ул.
18Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.
19Ғайса уларға былай яуапланы:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр. 20Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер. 21Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә. 22-23Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй – шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй.
24Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте. 25Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!
26Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе 27һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы. 28Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. 29Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр – хөкөм ителеү өсөн тереләсәк.
30Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм – ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.
Ғайса хаҡында шаһитлыҡтар
31– Әгәр ҙә Үҙем хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылам икән, Минең һүҙҙәрем бер ни ҙә тормаҫ ине. 32Ләкин Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ. 33Һеҙ Яхъя ҡаршыһына үҙегеҙҙең кешеләрегеҙҙе ебәрҙегеҙ һәм ул хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылды. 34Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем.
35Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ. 36Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай. 37Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ 38һәм күңелдәрегеҙҙә Уның һүҙе юҡ, сөнки Ул ебәргән Затҡа ышанмайһығыҙ. 39Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара! 40Әммә, тормош алыр өсөн, Минең яныма килергә теләмәйһегеҙ.
41Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгел. 42Шуны беләм: һеҙҙә Аллаға ҡарата мөхәббәт юҡ! 43Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ, әммә үҙ исеменән килгән башҡа берәүҙе ҡабул итерһегеҙ. 44Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ?
45Атам алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙең ғәйепләүсегеҙ бар – үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса. 46Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы. 47Уның яҙғандарына ышанмағас, Минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ?

လက်ရှိရွေးချယ်ထားမှု

Яхъя 5: BskNT14

အရောင်မှတ်ချက်

မျှဝေရန်

ကူးယူ

None

မိမိစက်ကိရိယာအားလုံးတွင် မိမိအရောင်ချယ်သောအရာများကို သိမ်းဆည်းထားလိုပါသလား။ စာရင်းသွင်းပါ (သို့) အကောင့်ဝင်လိုက်ပါ

Яхъя 5 အကြောင်း ဗီဒီယိုများ