1
Яхъя 3:16
Инжил
Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.
နှိုင်းယှဉ်
Яхъя 3:16ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
2
Яхъя 3:17
Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.
Яхъя 3:17ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
3
Яхъя 3:3
Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.
Яхъя 3:3ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
4
Яхъя 3:18
Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.
Яхъя 3:18ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
5
Яхъя 3:19
Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.
Яхъя 3:19ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
6
Яхъя 3:30
Ул үҫергә, мин кесерәйергә тейеш.
Яхъя 3:30ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
7
Яхъя 3:20
Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле һәм, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.
Яхъя 3:20ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
8
Яхъя 3:36
Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.
Яхъя 3:36ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
9
Яхъя 3:14-15
Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.
Яхъя 3:14-15ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
10
Яхъя 3:35
Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.
Яхъя 3:35ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
ပင်မစာမျက်နှာ
သမ္မာကျမ်းစာ
အစီအစဉ်များ
ဗီဒီယိုများ