1
Яхъя 14:27
Инжил
Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!
နှိုင်းယှဉ်
Яхъя 14:27ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
2
Яхъя 14:6
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.
Яхъя 14:6ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
3
Яхъя 14:1
– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!
Яхъя 14:1ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
4
Яхъя 14:26
Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.
Яхъя 14:26ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
5
Яхъя 14:21
Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
Яхъя 14:21ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
6
Яхъя 14:16-17
Мин Атамдан һорармын һәм Ул һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер, ә Ул мәңге һеҙҙең менән булыр. Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр.
Яхъя 14:16-17ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
7
Яхъя 14:13-14
Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер. Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.
Яхъя 14:13-14ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
8
Яхъя 14:15
– Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ.
Яхъя 14:15ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
9
Яхъя 14:2
Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?
Яхъя 14:2ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
10
Яхъя 14:3
Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.
Яхъя 14:3ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
11
Яхъя 14:5
– Хужам! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Фома.
Яхъя 14:5ရှာဖွေလေ့လာလိုက်ပါ။
ပင်မစာမျက်နှာ
သမ္မာကျမ်းစာ
အစီအစဉ်များ
ဗီဒီယိုများ