Яхъя 7

7
Ғайса һәм Уның ҡустылары
1Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.
2 # Лев 23:34. Йәһүдтәрҙең Ҡыуыш байрамы#7:2 Ҡыуыш байрамы – йәһүдтәр, сүлдә йәшәгән ваҡыттарын хәтерләп, ике аҙнаға өйҙәренән ҡыуыштарға күсер булған. Был ваҡыт байрам иҫәпләнгән. яҡынлашҡас, 3ҡустылары Уға:
– Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде шәкерттәрең дә күрһен. 4Үҙен танытырға теләгән кеше эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.
5Уға хатта ҡустылары ла ышанмай ине.
6– Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт ҡулай. 7Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам. 8Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле.
9Шулай тип әйтеп, Ғайса Галилеяла ҡалды.
Ғайса Ҡыуыш байрамында
10Әммә ҡустылары киткәс, һис кемгә белдермәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте. 11Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө.
12Халыҡ араһында Уның хаҡта һүҙ күп ине. Берәүҙәр: «Ул – яҡшы Кеше», – тине, икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө. 13Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡҡанлыҡтан, бер кем дә Уның хаҡында ҡысҡырып һөйләп йөрөмәне.
14Байрамдың яртыһы үткәйне инде, Ғайса, Алла йортона инеп, аң-белемгә өйрәтә башланы. 15Йәһүдтәр:
– Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымаған булһа ла, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.
16Ғайса:
– Өйрәткәндәрем – Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәргәндеке. 17Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк. 18Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә Үҙен Ебәргәндең данын эҙләгән Зат эскерһеҙ, һәм Уның күңелендә ялғанға урын юҡ. 19Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.
20– Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?
21Ғайса һүҙен дауам итте:
– Мин шәмбе көндө бер генә эш ҡылдым, һеҙ шуға аптырайһығыҙ. 22#Баш 17:10-12.Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, ата-бабаларҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ. 23Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ? 24Тыштан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!
Ғайса – Мәсихме?
25Шунда ҡайһы бер Йәрүсәлим кешеләре:
– Башлыҡтар үлтерергә теләгән Кеше түгелме һуң был? 26Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмайҙар. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән? 27Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр.
28Ғайса, Алла йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән:
– Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – Ул ысын. Уны һеҙ белмәйһегеҙ. 29Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.
30Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле. 31Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды. Улар: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.
32Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш ҡаһиндар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла йортоноң һаҡсыларын ебәрҙе.
33Шунда Ғайса:
– Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәргәндең янына кире ҡайтасаҡмын. 34Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
35Йәһүдтәр үҙ-ара:
– Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр? 36Уның «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ» тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип һөйләштеләр.
37 # Лев 23:36. # Ишғ 55:1. Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте:
– Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен! 38#Хик 4:23; Ишғ 44:3; 58:11; Зәк 13:1.Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».
39Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле.
40Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре:
– Был – ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!
41Икенселәре:
– Ул – Мәсих, – тине.
Башҡалары уларға ҡаршы төштө:
– Мәсих Галилеянан килергә тейешме ни? 42#Мих 5:2.Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?
43Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты. 44Ҡайһы берәүҙәр Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.
45Һаҡсылар Ғайсаһыҙ ғына әйләнеп ҡайтҡас, баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар:
– Ни өсөн Уны тотоп алып килмәнегеҙ? – тип һораны.
46– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.
47– Әллә Ул һеҙҙе лә юлдан яҙҙырҙымы? – тине фарисейҙар. 48– Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни? 49Әммә ҡанунды белмәгән был халыҡ ләғнәтле.
50Әммә араларынан береһе – элегерәк Ғайса янында булып киткән Никодемус – уларҙан:
51 # Ҡнн 1:16-17. – Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны.
52Уға:
– Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.
53Шунан барыһы ла өйҙәренә таралышты.

Currently Selected:

Яхъя 7: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in