1
Яхъя 6:35
Изге Яҙма
Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәгемен. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инанған бер ҡасан да һыуһамаҫ.
Compare
Explore Яхъя 6:35
2
Яхъя 6:63
Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә.
Explore Яхъя 6:63
3
Яхъя 6:27
Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.
Explore Яхъя 6:27
4
Яхъя 6:40
Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй. Мин ундай кешеләрҙе аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.
Explore Яхъя 6:40
5
Яхъя 6:29
– Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.
Explore Яхъя 6:29
6
Яхъя 6:37
Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен.
Explore Яхъя 6:37
7
Яхъя 6:68
Шимғон Петрус: – Хакимым, беҙ кемгә барайыҡ? Мәңгелек тормош һүҙҙәре – Һиндә бит.
Explore Яхъя 6:68
8
Яхъя 6:51
Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.
Explore Яхъя 6:51
9
Яхъя 6:44
– Әгәр Мине ебәргән Атам алып килмәһә, яныма бер кем дә килә алмай. Миңә килгән кешене иһә Мин аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.
Explore Яхъя 6:44
10
Яхъя 6:33
Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
Explore Яхъя 6:33
11
Яхъя 6:48
Мин – тормош икмәгемен.
Explore Яхъя 6:48
12
Яхъя 6:11-12
Ғайса, икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡыны. Шунан ултырған кешеләргә өләште. Балыҡтарҙы ла һәр кемгә теләгән тиклем бирҙе. Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә: – Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.
Explore Яхъя 6:11-12
13
Яхъя 6:19-20
Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым ара үткәйне, шунда улар, күл өҫтөнән атлап кәмәгә етеп килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр. – Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса.
Explore Яхъя 6:19-20
Home
Bible
გეგმები
Videos