Марк 12:43-44

Марк 12:43-44 BSKNT14

Ғайса шәкерттәрен саҡырып, уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды. Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн күпме кәрәк, шуны һалды, – тине.