Лукас 24
24
Ғайсаның үленән терелеүе
(Маҫ 28:1-8; Мрк 16:1-8; Ях 20:1-8)
1Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә йүнәлде. 2Килеп еткәс, ҡәберҙе ҡаплап торған таштың ситкә шылдырылғанын күрҙеләр. 3Әммә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапманылар. 4Был хәлгә аптырашып торғанда, ҡапыл улар алдында йылтыр кейем кейгән ике ир пәйҙә булды. 5Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәне. Ә теге ирҙәр:
– Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ? 6Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: 7«Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.
8Шул саҡ Ғайсаның был һүҙҙәре ҡатындарҙың иҫенә төштө. 9Улар, ҡалаға ҡайтҡас, был хәл тураһында ун бер шәкерткә һәм башҡаларға һөйләп бирҙе. 10Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Йоанна, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған бүтән ҡатындар хәбәр итте. 11Әммә уларҙың һүҙҙәре илселәргә буш хәбәр булып тойолдо, улар ышанманы. 12Шулай ҙа Петрус ҡәбергә ҡарай тороп йүгерҙе. Эйелеп эскә ҡарағас, кәфенде генә күрҙе. Был хәлгә таң ҡалып, кире ҡайтып китте.
Эммаус юлында
13Ғайсаның ике шәкерте шул уҡ көндә Йәрүсәлимдән ун бер саҡрым#24:13 Ун бер саҡрым – грекса «алтмыш стадия». Бер стадия – 185 м. самаһы алыҫлыҡтағы Эммаус тигән ауылға табан юл алды. 14Улар булып уҙған ваҡиғалар тураһында һөйләшеп бара ине. 15Фекер алышып, һөйләшеп барған саҡтарында уларға Ғайса Үҙе килеп ҡушылды. 16Әммә, шәкерттәрҙең күҙҙәре томаланғандай булды ла, Ғайсаны таныманылар. 17Ғайса иһә:
– Нимә тураһында һөйләшеп бараһығыҙ? – тип һораны.
Шәкерттәр, ҡайғырышып, туҡтап ҡалдылар. 18Клеопас исемле берәүһе:
– Ошо көндәрҙә Йәрүсәлимдә булған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңдер, – тине.
19– Ниндәй хәл? – тине Ғайса.
Шәкерттәр Уға былай тине:
– Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙе менән дә, эше менән дә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине. 20Баш ҡаһиндарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлем язаһына тарттырырға һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тотоп бирҙеләр. 21Ә беҙ Уны, Исраилды азат итергә тейешле Кеше, тип өмөтләнгәйнек. Был хәлдәр булып үткәнгә бөгөн өсөнсө көн инде. 22Шуның өҫтәүенә, арабыҙҙағы ҡайһы бер ҡатындар бөтәбеҙҙе лә аптыратты. Улар иртә менән ҡәбер янына барған, 23әммә Уның кәүҙәһен тапмаған. Ҡайтҡас, фәрештәләрҙең пәйҙә булыуы һәм уларҙың: «Ғайса тере», – тип әйтеүҙәре тураһында һөйләнеләр. 24Унан һуң арабыҙҙан ҡайһы бер кешеләр ҡәбер янына барған һәм хәлдең ҡатын-ҡыҙҙар һөйләгәнсә икәнен күргән, Ғайса унда булмаған.
25Шул саҡ Ғайса уларға былай тине:
– Ниңә шулай аңһыҙһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәргә ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә! 26Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?
27Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.
28Улар үҙҙәре бара торған ауылға яҡынлашҡас, Ғайса юлында булмаҡсы ине, 29шәкерттәре:
– Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалдылар. Ғайса улар менән бергә өйгә инде. 30Ашап ултырған саҡта икмәк алып шөкөрана ҡылды ла шәкерттәренә бүлеп бирҙе. 31Шунда шәкерттәрҙең күҙҙәре асылып, Ғайсаны танынылар. Әммә Ул бер кемгә лә күренмәҫ булды. 32Шәкерттәр бер-береһенә:
– Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ янманымы ни? – тиештеләр.
33Шунда уҡ тороп, Йәрүсәлимгә ҡайттылар, унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың да йыйылышып торғанын күрҙеләр. 34Барыһы ла:
– Раббы Ғайса, ысынлап та, терелгән һәм Шимғонға күренгән, – тиҙәр ине.
35Теге ике шәкерт юлдағы хәлде һәм икмәк бүлеп биргән сағында Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп бирҙе.
Ғайсаның шәкерттәргә күренеүе
(Ях 20:19-23)
36Улар шул хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә булды.
– Именлек һеҙгә! – тине. 37Шәкерттәр ҡурҡыштан ҡатып ҡалды, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйланылар. 38Әммә Ғайса:
– Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ни өсөн күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? 39Ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙ менән Мине тотоп ҡарағыҙ. Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә Миндә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бар, – тине.
40Быны әйткәс, ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәтте. 41Тегеләр, шатлыҡтан һәм аптырауҙан һаман ышанмағас, Ғайса:
– Ашарға берәй нәмәгеҙ бармы? – тип һораны.
42Уға бешкән балыҡ киҫәге#24:42 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм кәрәҙле бал» тигән һүҙҙәр ҙә бар. бирҙеләр. 43Ғайса уны күҙ алдарында ашағандан һуң:
44– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.
45Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам итте:
46– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә, 47шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш. 48Һеҙ быларҙың шаһиты. 49Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Йәрүсәлимдә ҡалығыҙ.
Ғайсаның күккә олғашыуы
(Мрк 16:19-20; Ғмл 1:9-11)
50Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе. 51Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды. 52Шәкерттәр Уға баш эйҙе, шунан ҙур шатлыҡ менән Йәрүсәлимгә ҡайтты. 53Бынан һуң, Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла йортонда булдылар.
נבחרו כעת:
Лукас 24: БашИЯ2023
הדגשה
שתף
העתק
רוצים לשמור את ההדגשות שלכם בכל המכשירים שלכם? הירשמו או היכנסו
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023