Марк 3
3
Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу
1Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. 2Фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар. 3Ғайса ҡулы ҡороған кешегә:
– Уртаға сығып баҫ! – тине. 4Ә тегеләрҙән:
– Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны.
Тегеләр өндәшмәне. 5Ғайса, уларҙың ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, асыулы ҡараш ташланы ла әлеге кешегә:
– Ҡулыңды һуҙ! – тине.
Ауырыу ҡулын һуҙыуға ҡулы һауыҡты. 6Фарисейҙар иһә ғибәҙәтхананан сығып китеп, шунда уҡ Ирод батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек тә һәләк итеү тураһында кәңәшҡорҙо.
7Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан күп һанлы кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән дә, 8Иерусалимдан да, Идумеянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килде. 9Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡуймаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты. 10Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. 11Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә, Уны күреү менән алдына йығылып:
– Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы. 12Әммә Ғайса уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән ҡаты итеп тыйҙы.
Ғайсаның Үҙенә шәкерттәр һайлап алыуы
13Ул, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс, 14араларынан ун икеһен Үҙе менән бергә булһындар өсөн һайлап алды. Уларҙы илселәр тип атап, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә сығарып ебәрҙе, 15ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе. 16Бына ул Ғайса тарафынан тәғәйенләнгән ун ике шәкерт: Ғайса Петр тип атаған Симон, 17Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Воанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, 18Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон#3:18 Көрәшеүсе Симон – Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшеүсе йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы булыуы ихтимал. 19һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.
Ғайса һәм Веельзевул
20Ғайса өйгә инде. Унда тағы күп кеше йыйылып китте, шунлыҡтан Ғайса менән шәкерттәре хатта тамаҡ та ялғай алманы. 21Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә килделәр. 22Иерусалимдан килгән ҡанун белгестәре:
– Уның эсендә Веельзевул#3:22 Веельзевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем. бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.
23Ғайса, уларҙы Үҙенең янына саҡырып алып, кинәйә менән һөйләй башланы:
– Нисек итеп Иблис үҙен үҙе ҡыуып сығара алһын? 24Әгәр ҙә халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышһа, был батшалыҡ тороп ҡала алмаҫ, 25кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә лә тарҡалыр. 26Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша һәм был уның ахыры булыр. 27Көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәһә, берәү ҙә уның мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә бәйләр, шунан ғына талар. 28Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөтәһе лә – кешеләрҙең гонаһтары ла, ниндәй ҙә булһа көфөр һүҙҙәре лә – кисерелер. 29Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы хурлау һүҙе әйтһә, мәңге кисерелмәҫ, ул мәңгелек гонаһта ғәйепле.
30Ғайса быларҙы тегеләрҙең, Уға ен эйәләшкән, тип әйткәненә күрә һөйләне.
Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
31Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар. 32Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар:
– Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың#3:32 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм һеңлеләрең» тигән һүҙҙәр ҙә бар. көтә, – тинеләр.
33– Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп. 34Шунан Үҙе тирәләй ултырғандарға ҡарап былай тине:
– Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым! 35Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.
נבחרו כעת:
Марк 3: BskNT14
הדגשה
שתף
העתק

רוצים לשמור את ההדגשות שלכם בכל המכשירים שלכם? הירשמו או היכנסו
© Институт перевода Библии, 2014