Матфей 8
8
Махаулыны һауыҡтырыу
1Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күп халыҡ эйәрҙе. 2Бына Уның янына махау#8:2 Махау – бөтөрөп булмай торған йоғошло тире ауырыуы. сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып:
– Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.
3Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды:
– Эйе, теләйем. Таҙарын!
Шунда уҡ был кеше махауҙан таҙарынды. 4Ғайса уны:
– Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
Йөҙбашының ышанысы
5Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙбашы ярҙам һорап килде.
6– Әфәндем! Хеҙмәтсемде паралич һуҡҡан. Әле ул минең өйөмдә ята, бик ныҡ яфалана, – тине.
7– Барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса.
8– Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә мин лайыҡ түгел, – тип яуап бирҙе Уға йөҙбашы. – Һин әйт кенә, һәм хеҙмәтсем һауығыр. 9Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә: «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.
10Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине. 11Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр. 12Ә кемгә Батшалыҡ тәғәйенләнгән булған, улар тышҡы ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр: унда һыҡтау һәм теш шығырлатҡан тауыштар ишетелер, – тине.
13Йөҙбашыға Ғайса:
– Өйөңә ҡайт, һин ышанғанса булһын, – тине.
Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты.
Ғайсаның күптәрҙе һауыҡтырыуы
14Ғайса Петрҙың өйөнә килгәс, ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе. 15Ул был ҡатындың ҡулына ҡағылыуға, уның тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы. 16Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы. 17Был – Ишағыя пәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә алды», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Ғайсаға эйәреү
18Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған халыҡ төркөмдәрен күреп, шәкерттәренә күлдең аръяғына сығырға ҡушты. 19Шул ваҡыт Уның янына бер ҡанун белгесе килеп:
– Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине.
20– Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
21Шунда икенсе кеше, Уның шәкерттәренең береһе:
– Хужам! Тәүҙә өйөмә ҡайтып, атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тине.
22Ләкин Ғайса:
– Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы.
Ғайсаның дауылды туҡтатыуы
23Ғайса кәмәгә инеп ултырҙы. Уның артынан шәкерттәре лә урын алды. 24Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар кәмәгә килеп бәрелеп, уға һыу тулды. Ә Ғайса йоҡлап ята ине. 25Шәкерттәре Уны уятып:
– Хужабыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.
26– Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә.
Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып:
27– Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.
Ен эйәләшкән ике кеше
28Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән#8:28 Ҡәбер мәмерйәһе – ул ваҡытта мәйеттәрҙе өңөп яһалған тау ҡыуышлыҡтарына ҡуя торған булғандар. Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмай ине.
29– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.
30Ә алыҫ түгел ерҙә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. 31Ендәр:
– Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип үтенде.
32– Барығыҙ, – тине Ғайса уларға.
Ендәр, кешеләрҙән сыҡтылар ҙа, сусҡалар эсенә барып инделәр. Бөтә көтөү сабып китеп текә ярҙан күлгә ташланды ла һыуға батып үлде. 33Көтөүселәр иһә тороп йүгерҙеләр һәм, ҡалаға ҡайтып, бөтөнөһө хаҡында ла һөйләп бирҙеләр. Ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да хәбәр иттеләр. 34Бөтә ҡала халҡы Ғайса ҡаршыһына сыҡты. Уны күреп, үҙҙәренең еренән китеүен үтенделәр.
נבחרו כעת:
Матфей 8: BskNT14
הדגשה
שתף
העתק
רוצים לשמור את ההדגשות שלכם בכל המכשירים שלכם? הירשמו או היכנסו
© Институт перевода Библии, 2014