Матфей 10

10
Ғайсаның ун ике илсеһе
1Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға кешеләрҙең эсенән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе. 2Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя, 3Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, 4Көрәшеүсе Симон#10:4 Көрәшеүсе Симон – Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшеүсе йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы булыуы ихтимал. һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.
Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе
5Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты:
– Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ. 6Улар урынына аҙашҡан һарыҡ көтөүе – Израиль халҡына барығыҙ. 7Барғас иһә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип хәбәр итегеҙ. 8Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. 9Билбауығыҙға алтын да, көмөш тә, баҡыр аҡса ла төйнәмәгеҙ. 10Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – хеҙмәтсе үҙенә тейешле ризыҡҡа лайыҡ.
11Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Үҙегеҙ киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ. 12Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ. 13Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы икән, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын. 14Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙҙе тыңламаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ#10:14 Йәһүдтәр, үҙҙәре менән бысраҡ бер нәмә лә алып ҡайтмаҫ өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып китә, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ.. 15Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.
Киләсәк эҙәрлекләүҙәр
16Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ. 17Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар. 18Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. 19Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер. 20Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр.
21Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр, һәм балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 22Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор. 23Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.
24Шәкерт үҙенең остазынан, хеҙмәтсе хужаһынан өҫтөн булмай. 25Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул#10:25 Веельзевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем. тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.
Кемдән ҡурҡырға кәрәк?
26Шуға күрә, ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайынса ҡалыр бер ҡапланған һәм беленмәйенсә ҡалыр бер йәшерен нәмә юҡ. 27Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде өй ҡыйығынан иғлан итегеҙ. 28Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!
29Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә#10:29 Бер баҡыр тәңкә – грек телен «бер ассарион». Бер ассарион ун алтынан бер динарға тигеҙ (бер динар – эшсенең бер көнлөк эш хаҡы). һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа ергә ҡолап төшмәҫ. 30Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. 31Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк.
Мәсихте ҡабул итеү
32Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә Күктәге Атам алдында ҡабул итермен. 33Ә инде кем кешеләр ҡаршыһында Минән ваз кисә, Мин дә Күктәге Атам ҡаршыһында унан ваз кисермен.
34Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем. 35Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тип килдем. 36Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр.
37Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. Улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. 38Үҙенең арҡысағын#10:38 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел. 39Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; ә Минең хаҡҡа йәнен юғалтҡан уны табыр.
40Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә. 41Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул итеүсе, пәйғәмбәргә бирелгәнсә үк әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе, тәҡүә кешегә бирелгәнсә үк әжер алыр. 42Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.

נבחרו כעת:

Матфей 10: BskNT14

הדגשה

שתף

העתק

None

רוצים לשמור את ההדגשות שלכם בכל המכשירים שלכם? הירשמו או היכנסו