YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 12

12
Шәмбе хаҡында һорау
1Бер ваҡыт, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре, асыҡҡанлыҡтан, башаҡтарҙы өҙөп ашай башланы. 2Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға:
– Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә ярамағанды ҡыла, – тинеләр.
3-4– Дауыт һәм уның менән булған кешеләр асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡыманығыҙмы ни? Ул, Алла Йортона инеп, был кешеләр менән Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған. Ә ҡанун буйынса, уларҙы руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, – тине Ғайса. – 5Йәки Алла Йортонда руханиҙарҙың шәмбе көндө хеҙмәт итеп, ул көндө боҙоуҙары, әммә бының улар өсөн ғәйепкә һаналмауы хаҡында ҡанунда яҙылғанды уҡыманығыҙмы ни? 6Һеҙгә әйтәм: бында Алла Йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар. 7Әгәр ҙә һеҙ: «Мин ҡорбан килтерелеүен түгел, ә шәфҡәт күрһәтелеүен теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ. 8Сөнки Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң хужаһы.
Ҡулы ҡороған кеше
9Унан киткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инде. 10Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп:
– Шәмбе көнөндә һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.
11– Арағыҙҙан берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы шәмбе көнөндә соҡорға төшһә, ул уны сығармаҫ инеме икән? – тине Ғайса. 12– Ә кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләү дөрөҫ.
13Шунан Ул теге кешегә:
– Ҡулыңды һуҙ! – тине.
Ул ҡулын һуҙҙы һәм ҡулы икенсеһе кеүек үк сәләмәт булды. 14Ә фарисейҙар, ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны һәләк итеү тураһында кәңәш ҡорҙолар.
Алланың һайланған хеҙмәтсеһе
15Был хаҡта белгәс, Ғайса бынан сығып китте. Уның артынан күп халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы. 16Әммә уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән тыйҙы. 17Был – Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
18«Бына – Мин һайлаған Хеҙмәтсем,
Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы.
Мин Уны Рухым менән һуғарырмын,
Ул Минең хөкөмөмдө халыҡтарға иғлан итер.
19Ул бәхәсләшмәҫ, ҡысҡырмаҫ,
урамдарҙа Уның тауышын һис кем ишетмәҫ.
20Ғәҙеллекте еңеүгә еткергәнгә тиклем,
Ул сатнаған ҡамышты ла һындырып төшөрмәҫ,
быҫҡып ятҡан филтәне лә һүндермәҫ.
21Халыҡтар уның исеменә өмөт бағлар».
Ғайса һәм Веельзевул
22Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырҙы, шунан ул һөйләшә һәм күрә башланы. 23Бөтөнөһө шаҡ ҡатып, бер-береһенән:
– Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.
24Ләкин фарисейҙар быны ишетеп:
– Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.
25Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп:
– Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ҡала йәки ғаилә лә тороп ҡала алмаҫ. 26Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша. Ул ваҡытта уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр һуң? 27Әгәр Мин ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләр кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шунлыҡтан, хаҡлы булмауығыҙҙы улар үҙҙәре күрһәтер. 28Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.
29Берәйһе көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәһә, мөлкәтен талап сыға алырмы икән? Уны бәйләгәс кенә өйөн талап сығыр.
30Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул таратып ташлай. 31Шуға күрә Мин һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең бөтөн гонаһтары һәм көфөр һүҙҙәре кисерелер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр һүҙ әйтеү кисерелмәҫ. 32Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйтеүсе кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйтеүсе хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә кисерелмәҫ.
Ағас һәм уның емештәре
33Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емештәре лә насар булыр. Емешенә ҡарап ағасын таныйҙар. 34Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була. 35Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. 36Һеҙгә әйтәм: әйткән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ. 37Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.
Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһе
38Шунда ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар араһынан ҡайһы берәүҙәр Уға:
– Остаз, беҙ һинең илаһи билдә күрһәтеүеңде теләйбеҙ, – тине.
39Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе:
– Был замандың яуыз һәм Аллаға имандары булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. 40Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер. 41Ниневия кешеләре уларҙы ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп хөкөм итәсәк, сөнки улар Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк. 42Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк.
Шаҡшы рухтың кире ҡайтыуы
43Шаҡшы рух, кеше эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. 44«Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай ул. Кире ҡайтҡас, ул уны аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 45Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта, һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр.
Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
46Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине. 47Кемдер берәү Уға:
– Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта баҫып тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй, – тине.
48Ғайса был кешенән:
– Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым? – тип һораны ла 49Үҙенең шәкерттәренә ҡулы менән күрһәтте: – Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым! 50Сөнки кем Күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.

Currently Selected:

Матфей 12: BskNT14

Tõsta esile

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in