Башланмыш 7

7
1Раббы Нухҡа былай тине:
– Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың. 2Ер йөҙөндә тоҡомдары һаҡланып ҡалһын өсөн хәләл хайуандарҙың һәр төрөнән аталы-инәле етешәр, хәрәм хайуандарҙан аталы-инәле икешәрҙе, 3шулай уҡ ҡоштарҙан аталы-инәле етешәрҙе ал. 4Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.
5Нух бөтәһен дә Раббы бойорғанса эшләне.
6Ер йөҙөнә туфан ҡалҡҡан саҡта, Нухҡа алты йөҙ йәш ине. 7Нух, туфан һыуынан ҡотолор өсөн, улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә менде. 8Һәр төрлө хәләл һәм хәрәм хайуандарҙан, ҡош-ҡорттан һәм һөйрәлеүселәрҙән 9аталы-инәле ҡушарлап-ҡушарлап Нух янына килеп, кәмәгә менделәр. Алла нисек бойорһа, шулай булды.
10Ете көн үтте, һәм ергә туфан ҡалҡты. 11Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә
Йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы,
Асылдылыр күктең ҡабағы –
12Ҡырҡ көн ҡойолдо ергә туфан һыуы,
Ҡырҡ төн яуҙы туфан ямғыры.
13Нух улдары Шем, Хам, Йәфәҫ, ҡатыны, өс килене менән тап ошо көндө кәмәгә инде. 14Улар менән бергә һәр төрлө хайуандар, мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, һәр төрлө ҡоштар береһе артынан береһе тоҡом-тоҡом булып кәмәгә менде. 15Уның кәмәһенә тере йән эйәләренең бөтә тоҡомдары ҡушарлап 16аталы-инәле инде – Алла бойорғанса булды. Нух кергәс, Раббы көплө кәмәнең ишеген ябып ҡуйҙы.
17Ҡырҡ көн дауам итте туфан. 18Һыу артҡандан-арта барҙы, ерҙе тотош ҡаплап алды һәм кәмә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй башланы. 19Һыу күтәрелгәндән-күтәрелде, ер өҫтөндәге бөтә бейек тауҙарҙы баҫып китте. 20Тауҙарҙың өҫтөнән һыу ун биш терһәк күтәрелде, улар һыу аҫтында ҡалды. 21Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды; 22һулыш алған бөтә тереклек ҡырылды. 23Раббы ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһен юҡҡа сығарҙы: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге ҡоштарға тиклем бөтә нәмә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды. 24Туфан йөҙ илле көн дауам итте.

Markierung

Teilen

Kopieren

None

Möchtest du deine gespeicherten Markierungen auf allen deinen Geräten sehen? Erstelle ein kostenloses Konto oder melde dich an.