Лукас 14:28-30

Лукас 14:28-30 БАШИЯ2023

Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй, ти. Ул, иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни? Юғиһә, нигеҙен һалып та, уны төҙөп бөтөрә алмаһа, быны күргән һәр кем: «Был кеше төҙөй башланы ла тамамлап ҡуя алманы», – тип көлөр.