Лукас 12
12
Ике йөҙлөлөк тураһында иҫкәртеү
(Маҫ 10:26-27)
1Шул арала меңәрләгән кеше йыйылды, улар бер-береһен ҡыҫырыҡланы. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә ҡарап һүҙ башланы:
– Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ. 2Асылмайса ҡалыр йәшерен бер нәмә лә һәм беленмәйсә ҡалыр бер сер ҙә юҡ. 3Шуға күрә ҡараңғыла һөйләгәнегеҙ көн яҡтыһында ишетелер, өй эсендә ҡолаҡҡа шыбырлап әйткәнегеҙ ҡыйыҡтарҙан хәбәр ителер.
Кемдән ҡурҡырға кәрәк?
(Маҫ 10:28-33)
4Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыла алмаған әҙәмдәрҙән ҡурҡмағыҙ. 5Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ. 6Биш турғай ике баҡыр тәңкәгә#12:6 Баҡыр тәңкә – грекса «ассарион». Бер ассарион ун алтынан бер динарға тигеҙ (бер динар – эшсенең бер көнлөк эш хаҡы). һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Алланың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. 7Һеҙҙең иһә башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ.
8Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер. 9Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, унан Алла фәрештәләре алдында ваз кисерҙәр. 10Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән һәр кем ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы көфөр һүҙ һөйләүсе ғәфү ителмәҫ.
11Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтерелгән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә, тип борсолмағыҙ. 12Нимә һөйләргә икәнен һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух өйрәтер.
Аҡылһыҙ бай хаҡында ҡисса
13Халыҡ араһынан берәү Ғайсаға:
– Остаз, ағайыма әйт әле, атайҙан ҡалған мираҫты минең менән бүлешһен, – тине.
14Ғайса теге кешенән:
– Һеҙҙең бәхәстәрегеҙҙе хәл итеүсе йәки мөлкәтегеҙҙе бүлеүсе итеп Мине кем билдәләне? – тип һораны. 15#Әйп 27:19.Шунан барыһына ла былай тине:
– Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.
16Бынан һуң Ғайса ҡисса һөйләне:
– Бер байҙың баҫыуҙа игене бик уңған. 17Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған. 18Ул шундай ҡарарға килгән: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым. 19Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен». 20#Зәб 38:7.Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.
21Үҙе өсөн байлыҡ йыйған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.
Алла Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре
(Маҫ 6:25-34)
22Ғайса шәкерттәренә былай тине:
– Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. 23Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит. 24#Әйп 38:41; Зәб 146:9.Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит. 25Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 26Шулай булғас, хатта бәләкәй генә нәмәне лә эшләй алмайһығыҙ икән, ни эшләп башҡа нәмә тураһында ҡайғырырға?
27 #
3 Бат 10:4-7; 2 Йыл 9:3-6. Ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән. 28Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй иманы аҙҙар.
29Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ. 30Ул турала был донъя кешеләре баш ҡатыра. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнегеҙҙе белә. 31Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ, шунда ҡалғаны ла бирелер.
Күктәге хазина тураһында
32 #
Ишғ 40:11; 41:14. Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты. 33Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ. 34Хазинағыҙ ҡайҙа була, күңелегеҙ ҙә шунда була бит.
Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәр
(Маҫ 25:1-13; 24:43-51; Мрк 13:33-37)
35Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын. 36Хужаһының туй мәжлесенән ҡайтҡанын көткән хеҙмәтсе кеүек булығыҙ. Хужа килеп шаҡыу менән ишекте асырға әҙер тороғоҙ. 37Хужа ҡайтҡанда уяу торған хеҙмәтселәр бәхетле! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, билен быуып, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе хеҙмәт итер. 38Ихтимал, хужа төн уртаһында йәки таң атҡас ҡайтып инер. Әгәр ул хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле!
39Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 40Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
41Шул саҡ Петрус:
– Хакимым, был ҡиссаны һин беҙҙең өсөн генә һөйләнеңме, әллә башҡалар өсөн дәме? – тип һораны.
42Раббы Ғайса иһә былай тине:
– Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 43Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле! 44Һеҙгә ысынын әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ.
45Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә, 46хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә уны ҡаты язаға тарттырыр, иманһыҙҙар көнөнә төшөрөр.
47Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер тормаған һәм ул ҡушҡанса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр. 48Ә инде хужаһының ихтыярын белмәйенсә язаға лайыҡ эш ҡылған хеҙмәтсе аҙыраҡ туҡмалыр. Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер. Кемгә күберәк ышанып тапшырыла, унан күберәк һоралыр.
Тыныслыҡ түгел, ә бүленеш
(Маҫ 10:34-35)
49Мин ергә ут алып килдем һәм ул уттың тиҙерәк янып китеүен теләйем! 50Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Шул һынауҙарҙың үткәнен ни тиклем интегеп көтәм! 51Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙгә әйтәм, Мин бүлергә килдем. 52Ошо мәлдән башлап, бер өйҙә биш кеше йәшәһә, өсөһө – икәүһенә һәм икәүһе өсөһөнә ҡаршы булыр. 53#Мих 7:6.Атаһы – улына, улы – атаһына; әсәһе – ҡыҙына, ҡыҙы – әсәһенә; ҡәйнәһе – килененә, килене ҡәйнәһенә ҡаршы булыр.
Заман билдәләре
(Маҫ 16:2-3; 5:25-26)
54Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште:
– Һеҙ көнбайышта болот күтәрелгәнен күргәс тә: «Ямғыр яуыр», – тиһегеҙ, һәм шулай була. 55Көньяҡтан ел иҫһә: «Эҫе булыр», – тиһегеҙ, һәм шулай була. 56Ике йөҙлөләр! Ерҙе һәм күк йөҙөн күҙәтеп, һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә ни өсөн был заманды төшөндөрөп бирә алмайһығыҙ?
57Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнен үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ? 58Дәғүәсең менән хөкөм юлында уҡ килешергә тырыш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр. Һаҡсы иһә төрмәгә ябыр. 59Һиңә шуны әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тәңкәһенә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.
Zur Zeit ausgewählt:
Лукас 12: БашИЯ2023
Markierung
Teilen
Kopieren
Möchtest du deine gespeicherten Markierungen auf allen deinen Geräten sehen? Erstelle ein kostenloses Konto oder melde dich an.
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023