Марк 5
5
Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
1Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде. 2Ғайса кәмәнән төшөү менән, шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше ҡәбер мәмерйәләренән#5:2 Ҡәбер мәмерйәһе – йәһүдтәр мәйеттәрҙе тауҙы өңөп яһалған мәмерйәләргә ҡуйғандар. сығып, Уға ҡаршы килде. 3Ҡәберҙәр эсендә йәшәгән был кешене хатта сылбырҙар менән дә бәйләп тота алмағандар. 4Уны әллә нисә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулына бығау, сылбыр һалғандар, ә ул сылбырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уны тыйырға хәленән килмәгән. 5Бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән һуғып яралай торған булған. 6Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килеп аяғына йығылды.
7– Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.
8Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорғайны.
9– Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса.
– Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге 10һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы.
11Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.
12– Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялынды ендәр.
13Ғайса рөхсәт иткәс, шаҡшы рухтар кешенән сыҡтылар ҙа сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты. 14Сусҡа көтөүселәр йүгерешеп был хәбәрҙе ҡалала һәм тирә-яҡ ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр иһә ни булғанын күрергә барҙы. 15Ғайса янына килгәс, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. 16Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. 17Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен ялбара башланы. 18Ул кәмәгә ултырған саҡта, элек ен эйәләшкән кеше Уның менән бергә барырға үтенеп һораны. 19Әммә Ғайса рөхсәт итмәне.
– Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, һиңә ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса.
20Теге кеше китеп, Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнлеген Ун Ҡалала#5:20 Ун Ҡала – (грекса Декаполис) башлыса йәһүд булмаған халыҡтар йәшәгән үҙаллы ҡалалар федерацияһы. һөйләргә тотондо. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды.
Яирҙың ҡыҙының терелеүе, ғазап сиккән ҡатындың һауығыуы
21Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күп халыҡ йыйылды. Ул күл янында булғанда, 22ғибәҙәтхана башлыҡтарының береһе, Яир исемлеһе килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяҡтарына йығылды 23һәм ялбарып һораны:
– Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк!
24Ғайса уның менән китте.
Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күп халыҡ эйәреп барҙы. 25Араларында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. 26Бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле хатта тағы ла насарайған. 27Ул, Ғайса хаҡында ишеткәс, халыҡ араһына инде лә, арттан килеп Уның кейеменә ҡағылды. 28Ҡатын: «Кейеменә генә ҡағылһам да, һауығасаҡмын», – тип уйлағайны. 29Шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаны, ул һауыҡҡанын тойҙо. 30Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын тойоп, халыҡҡа боролдо.
– Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны.
31– Кешеләрҙең Һине нисек ҡыҫырыҡлағанын күреп тораһың бит! Ә Үҙең: «Миңә кем ҡағылды?» – тип һорайһың, – тине шәкерттәре.
32Әммә Ул тирә-яғына ҡарап, Үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине. 33Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаға яҡын килде һәм алдына йығылып Уға бөтә дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе.
34– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың, – тине уға Ғайса.
35Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яирҙың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа:
– Ҡыҙың вафат булды. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр.
36Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән Яирға:
– Ҡурҡма, ышан ғына! – тине.
37Ғайса Петрҙан, Яҡубтан һәм Яҡубтың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. 38Ғибәҙәтхана башлығының өйө янында Ғайса ығы-зығы килгән, сеңләп-сеңләп илашҡан кешеләрҙе күрҙе.
39– Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс.
40Унан көлә башланылар. Ғайса, уларҙы тышҡа сығарғас, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде. 41Баланың ҡулынан тотто ла:
– Талифа, куми! (Тәржемәһе: «Ҡыҙым, һиңә әйтәм, тор!») – тине.
42Ҡыҙ шунда уҡ урынынан торҙо ла йөрөй башланы. Ул ун ике йәштәрҙә ине. Барыһы ла тамам хайран ҡалды. 43Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты.
Zur Zeit ausgewählt:
Марк 5: BskNT14
Markierung
Teilen
Kopieren

Möchtest du deine gespeicherten Markierungen auf allen deinen Geräten sehen? Erstelle ein kostenloses Konto oder melde dich an.
© Институт перевода Библии, 2014