Лука 24
24
Ғайсаның үленән терелеүе
1Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә киткән. 2Ҡәбер янына килгәс, уға ҡапланған таштың ситкә шылдырылғанын күргәндәр. 3Ә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапмағандар. 4Был хәлгә аптырашып торған саҡта, ҡапыл улар алдында ялтырап торған кейем кейгән ике ир пәйҙә булған. 5Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәгән. Ә теге ирҙәр:
– Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ? 6Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның үҙегеҙгә әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: 7«Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.
8Шул саҡ Ғайса әйткән һүҙҙәр ҡатындарҙың иҫтәренә төшкән. 9Улар, ҡалаға ҡайтҡас, был хәл тураһында ун бер шәкерткә һәм ҡалғандарға ла һөйләп биргән. 10Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Иоанна, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған башҡа ҡатындар хәбәр иткән. 11Әммә уларҙың һүҙҙәре илселәргә буш хәбәр булып тойолған һәм улар ышанмаған. 12Шулай ҙа Петр ҡәбергә ҡарай тороп йүгергән һәм, эйелеп эскә ҡарағас, кәфенде генә күргән. Был хәлгә таң ҡалып, кире ҡайтып киткән.
Эммаус юлында
13Ғайсаның ике шәкерте шул уҡ көндә Иерусалимдан ун бер саҡрым#24:13 Ун бер саҡрым – грекса «алтмыш стадия». Бер стадия – 192 м. самаһы алыҫлыҡтағы Эммаус тигән ауылға табан юл алған. 14Улар булып үткән ботә ваҡиғалар тураһында һөйләшеп барған. 15Һөйләшеп, фекер алышып барған саҡтарында Ғайса Үҙе килеп сыҡҡан һәм улар менән бергә атлаған, 16әммә, шәкерттәрҙең күҙҙәре томаланғандай булған да, Ғайсаны танымағандар. 17Ғайса иһә:
– Һеҙ нимә тураһында һөйләшеп бараһығыҙ? – тип һораған. Шәкерттәр, ҡайғырышып, туҡтағандар. 18Клеопа исемле берәүһе:
– Ошо көндәрҙә Иерусалимда булып уҙған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңме ни? – тип яуаплаған.
19– Ниндәй хәл?
Шәкерттәр Уға:
– Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙҙә лә, ғәмәлдә лә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине. 20Баш руханиҙарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлемгә хөкөм итер өсөн тотоп бирҙеләр һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 21Ә беҙ Уны, Израилде азат итергә тейешле Кешелер, тип өмөтләнгәйнек. Әммә шуның өҫтәүенә, был хәлдәр булып үткәнгә бөгөн өсөнсө көн инде, 22арабыҙҙағы ҡайһы бер ҡатындар бөтәбеҙҙе лә таң ҡалдырҙы. Улар иртә менән ҡәбер янына барған, 23әммә Уның кәүҙәһен тапмаған. Ҡайтҡас, фәрештәләрҙең пәйҙә булыуы һәм уларҙың: «Ғайса тере», тип әйтеүҙәре тураһында һөйләнеләр. 24Унан һуң арабыҙҙан ҡайһы бер кешеләр ҡәбер янына барған һәм улар хәлдең ҡатын-ҡыҙҙар һөйләгәнсә булыуын күргән, Ғайса унда булмаған.
25Шул саҡ Ғайса уларға былай тигән:
– Ниңә аңламайһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә! 26Мәсих Үҙенең данлы бөйөклөгөнә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?
27Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән.
28Улар бара торған ауылға яҡынайған һәм Ғайса юлын дауам итергә теләгән ҡиәфәт яһаған. 29Ләкин шәкерттәре:
– Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалғандар. Ғайса өйгә ингән һәм улар менән бергә булған. 30Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән. 31Шул саҡта шәкерттәрҙең күҙҙәре асылған һәм улар Ғайсаны таныған. Әммә Ғайса күренмәҫ булған. 32Шәкерттәр бер-береһенә:
– Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ ялҡынланманымы ни? – тигәндәр.
33Шунда уҡ тороп, Иерусалимға ҡайтҡандар һәм унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың йыйылышып тороуын күргәндәр. 34Былар бөтәһе лә:
– Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән, – тип һөйләгән.
35Шәкерттәр иһә юлда булған хәл һәм икмәк бүлеп биргән саҡта Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп биргән.
Ғайсаның шәкерттәр янына килеүе
36Был хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә була.
– Именлек һеҙгә! – тигән Ул. 37Шәкерттәр ҡурҡыуҙан ҡатып ҡалған, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйлағандар. 38Әммә Ғайса уларға:
– Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ниңә күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? 39Минең ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙҙы Миңә тейҙерегеҙ һәм ҡарағыҙ! Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә, күреп тороуығыҙса, Миндә – бар, – тигән.
40Быны әйткәс, Ул уларға ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәткән. 41Тегеләр шатлыҡтан ышана алмайынса ғәжәпкә ҡалған. Ғайса уларҙан:
– Һеҙҙең бында ашарға берәй ризығығыҙ бармы? – тип һораған.
42Уға бешкән балыҡ киҫәге#24:42 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм кәрәҙле бал» тигән һүҙҙәр ҙә бар. биргәндәр. 43Ғайса уны күҙ алдарында ашаған. 44Унан һуң:
– Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.
45Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән. 46Ул уларға былай тигән:
– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә 47һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш. 48Һеҙ быларҙың шаһиты. 49Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Иерусалимда ҡалығыҙ.
Ғайсаның күккә ашыуы
50Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән. 51Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған. 52Шәкерттәр Уға баш эйгән һәм ҙур шатлыҡ менән Иерусалимға ҡайтҡан. 53Бынан һуң Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла Йортонда булғандар.
Zur Zeit ausgewählt:
Лука 24: BskNT14
Markierung
Teilen
Kopieren
Möchtest du deine gespeicherten Markierungen auf allen deinen Geräten sehen? Erstelle ein kostenloses Konto oder melde dich an.
© Институт перевода Библии, 2014