Лука 10
10
Етмеш ике шәкертте хеҙмәткә ебәреү
1Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән. 2Шәкерттәренә Ул былай тигән:
– Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен. 3Барығыҙ! Мин һеҙҙе бүреләр араһына бәрәстәр ебәргән кеүек ебәрәм. 4Үҙегеҙ менән бер нәмә лә: аҡса янсығы ла, артмаҡ та, аяҡ кейеме лә алмағыҙ, юлда туҡтап берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ. 5Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ. 6Унда именлеккә лайыҡлы кеше йәшәһә, әйткән теләгегеҙ тормошҡа ашыр, әгәр лайыҡлы булмаһа – тормошҡа ашмаҫ. 7Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсе үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға лайыҡлы. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.
8Берәй ҡалаға килгәс, унда һеҙҙе ҡабул итәләр икән, алдығыҙға ҡуйылған нәмәләрҙе ашағыҙ. 9Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлашты», – тип әйтегеҙ. 10Әммә, берәй ҡалаға килеп, унда һеҙҙе ҡабул итмәһәләр, урамға сығып: 11«Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлашты», – тиерһегеҙ. 12Һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом ҡалаһына еңелерәк булыр.
«Ҡайғы һеҙгә»
13Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр шырт кейемдәр кейеп һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбә итерҙәр ине. 14Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр. 15Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланырһың!
16Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға.
Етмеш ике шәкерттең ҡайтыуы
17Етмеш ике шәкерт ҡыуана-ҡыуана Ғайса янына ҡайтҡан:
– Хужабыҙ! Һинең исемең менән эш иткәндә, беҙгә хатта ендәр ҙә буйһона!
18– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап биргән уларға Ғайса. – 19Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер ни ҙә зыян килтерә алмаҫ. 20Әммә шаҡшы рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.
«Атам барыһын да Миңә тапшырҙы»
21Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән:
– Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың! 22Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
23Ғайса аҙаҡ шәкерттәренең үҙҙәренә генә мөрәжәғәт иткән:
– Һеҙ күргәндәрҙе күргәндәр бәхетле! 24Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.
Изге күңелле Самария кешеһе хаҡында ҡисса
25Бына бер ҡанун белгесе урынынан торған да, Ғайсаны һынарға теләп:
– Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тигән.
26– Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораған унан Ғайса.
27– «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуаплаған ҡанун белгесе.
28– Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тигән Ғайса.
29Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан:
– Ә Минең яҡыным кем? – тип һораған.
30Ғайса уға ҡисса менән яуап биргән:
– Берәү Иерусалимдан Иерихонға китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Улар уның кейемен һалдырып алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән. 31Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер рухани үтеп барған, әммә, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән. 32Шулай уҡ бер левит#10:32 Левий – Яҡубтың улдарының береһе. Алла әмере буйынса, Левий нәҫеленән булған кешеләр генә Алла Йортонда рухани ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Уларҙы левиттар тип атағандар. та ошо ерҙән үтеп барышлай был кешене күргән, әммә ул да туҡталмаған.
33Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән. 34Эргәһенә килеп, яраһын шарап менән йыуған, май һөртөп бәйләгән. Шунан һуң ишәгенә ултыртып, ҡунаҡханаға алып килгән, тәрбиәләгән. 35Ә икенсе көнөнә, юлға сығырға йыйынғанда, ҡунаҡхана хужаһына ике динар аҡса сығарып биргән дә: «Был кеше тураһында хәстәрлек күр, аҡсаны күберәк тотонорға тура килһә, ҡайтышлай түләрмен», – тигән.
36Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораған Ғайса.
37– Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуаплаған ҡанун белгесе.
– Бар, һин дә шулай эшлә, – тигән уға Ғайса.
Ғайса Марфа менән Мәрйәм янында
38Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килгән. Уны унда Марфа исемле бер ҡатын үҙ өйөндә ҡабул иткән. 39Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе булған. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңлаған. 40Марфа иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләгән һәм Ғайса янына килеп:
– Хужам! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенгән.
41– Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, – 42ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.
Zur Zeit ausgewählt:
Лука 10: BskNT14
Markierung
Teilen
Kopieren
Möchtest du deine gespeicherten Markierungen auf allen deinen Geräten sehen? Erstelle ein kostenloses Konto oder melde dich an.
© Институт перевода Библии, 2014