1
Лукас 11:13
Изге Яҙма
Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.
Vergleichen
Studiere Лукас 11:13
2
Лукас 11:9
Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар.
Studiere Лукас 11:9
3
Лукас 11:10
Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.
Studiere Лукас 11:10
4
Лукас 11:2
Ғайса уларға: – Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ: Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын, Һинең Батшалығың килһен.
Studiere Лукас 11:2
5
Лукас 11:4
Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, беҙ ҙә бит үҙебеҙгә яуызлыҡ ҡылған һәр кемде ғәфү итәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тине.
Studiere Лукас 11:4
6
Лукас 11:3
Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир.
Studiere Лукас 11:3
7
Лукас 11:34
Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булғанда, бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда, тәнең дә ҡараңғы була.
Studiere Лукас 11:34
8
Лукас 11:33
Шәмде тоҡандырып, бер кем дә уны аҫҡа тығып ҡуймай, киреһенсә, өйгә килеп ингәндәр яҡтыны күрһен өсөн, уны шәмдәлгә ултырталар.
Studiere Лукас 11:33
Home
Bibel
Lesepläne
Videos