1
Лука 11:13
Инжил
Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк.
Vergleichen
Studiere Лука 11:13
2
Лука 11:9
Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар.
Studiere Лука 11:9
3
Лука 11:10
Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.
Studiere Лука 11:10
4
Лука 11:2
Ғайса уларға: – Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ: Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын, Һинең Батшалығың килһен.
Studiere Лука 11:2
5
Лука 11:4
Гонаһтарыбыҙҙы кисер, сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылған һәр кемде кисерәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тигән.
Studiere Лука 11:4
6
Лука 11:3
Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир.
Studiere Лука 11:3
7
Лука 11:34
Тәндең яҡтыртҡысы – һинең күҙең. Күҙең һау булғанда бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда тәнең дә ҡараңғы була.
Studiere Лука 11:34
8
Лука 11:33
Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны йәшерен урынға ҡуймай, ә өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырта.
Studiere Лука 11:33
Home
Bibel
Lesepläne
Videos