Лукас 13
13
«Тәүбәгә килмәһәгеҙ, һәләк булырһығыҙ»
1Шул саҡ ҡайһы берәүҙәр, Ғайса янына килеп, Пилатос үлтерткән Галилея кешеләре тураһында һөйләне. Ҡорбан килтергән ваҡытта үлтерелгән ул кешеләрҙең ҡаны ҡорбан малының ҡаны менән буталған. 2Ғайса ул хәлгә ҡарата былай тине:
– Был хәлгә тарыған галилеялылар башҡа галилеялыларға ҡарағанда гонаһлыраҡ тип уйлайһығыҙмы? 3Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ. 4Йәки Шилоах манараһы ауғанда уның аҫтында ҡалып һәләк булған ун һигеҙ кеше Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы? 5Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.
Емешһеҙ инжир ағасы хаҡында ҡисса
6Ғайса ошондай ҡисса һөйләне:
– Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған. 7Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, тик таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән. 8Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор. Мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым. 9Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың».
Шәмбе көндө ауырыу ҡатынды һауыҡтырыу
10Ғайса шәмбе көндө бер ғибәҙәтханала өйрәтте. 11Унда ун һигеҙ йыл буйы яуыз рухтан интеккән, бөкрәйеп бөткән, бөтөнләй турая алмаған бер ҡатын бар ине. 12Ғайса, уны күреп, Үҙенең янына саҡырып алды ла:
– Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тине.
13Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйҙы, ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы. 14Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа:
– Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине.
15Раббы Ғайса:
– Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай? 16Ибраһим нәҫеленән булған был ҡатынды Иблис ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Уны шәмбе көндә тышауҙан азат итергә ярамаймы ни? – тип яуапланы.
17Ғайса был һүҙҙәрҙе әйткәс, Уға ҡаршы төшөүселәрҙең барыһы ла оялды, ә халыҡ иһә Ул ҡылған бөтә данлы эштәргә шатланды.
Гәрсис орлоғо һәм әсетке
(Маҫ 13:31-32; Мрк 4:30-32)
18Шунан һуң Ғайса былай тине:
– Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Уны нимә менән сағыштырайым?
19Ул кешенең баҡсаһына ултыртҡан гәрсис орлоғона оҡшаған. Орлоҡ үҫеп еткәс, ағасҡа әүерелә һәм уның ботаҡтарында ҡоштар оя ҡора.
20Ғайса һүҙен дауам итте:
– Алла Батшалығын йәнә нимә менән сағыштырайым? 21Ул ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ#13:21 Бер ҡапсыҡ – һүҙмә-һүҙ: «өс сатон». Был яҡынса 39 л (23 кг он). онға болғаған әсеткегә оҡшаған.
Тар ишек тураһында ҡисса
(Маҫ 7:13-14, 22-23; 8:11-12)
22Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Йәрүсәлимгә юл тотто. 23Кемдер Унан:
– Әфәндем, аҙҙар ғына ҡотолоп ҡалырмы икән ни? – тип һораны.
Ғайса иһә ундағы кешеләргә былай тине:
24– Бөтә көсөгөҙҙө һалып, тар ишектән инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ. 25Өй хужаһы тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ, тышҡы яҡта ҡалып, ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар. 26Шул саҡ һеҙ: «Беҙ Һинең менән бергә ашаныҡ, эстек, Һин урамдарыбыҙҙа беҙҙе өйрәттең», – тип әйтерһегеҙ. 27Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тиер.
28Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ. 29#Ишғ 2:2; 25:6; 60:3.Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында табын артында ултырырҙар. 30Әлеге ваҡытта һуңғы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренселәрҙең ҡайһы берҙәре һуңғы булыр.
Ғайсаның Йәрүсәлим хаҡында көйөнөүе
(Маҫ 23:37-39)
31Шул ваҡыт ҡайһы бер фарисейҙар килеп Ғайсаға:
– Бынан кит, Һируд Һине үлтерергә теләй, – тине.
32Ғайса уларға былай тип яуапланы:
– Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйткәнемде еткерегеҙ. 33Хәйер, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Йәрүсәлимдән ситтә үлтерелеүе мөмкин түгел.
34Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! 35#Зәб 117:26.Хәҙер һеҙҙең Изге йортоғоҙ буш ҡаласаҡ. Һеҙгә әйтәм: «Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!
دیاریکراوەکانی ئێستا:
Лукас 13: БашИЯ2023
بەرچاوکردن
هاوبەشی بکە
لەبەرگرتنەوە
دەتەوێت هایلایتەکانت بپارێزرێت لەناو ئامێرەکانتدا> ? داخڵ ببە
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023