Ғәмәлдәр 5
5
Һананиас менән Сапфираның алдашыуы
1Һананиас исемле берәү, ҡатыны Сапфира менән бергә ер-мөлкәтен һатты ла, 2ҡатыны менән һөйләшеп, һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡуйҙы, ҡалғанын илселәргә килтереп бирҙе. 3Әммә Петрус:
– Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. – 4Һатҡанға тиклем дә был ер һинеке ине, һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке булып ҡалды бит. Ни өсөн мутлашырға уйланың? Бының менән һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың.
5Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто. 6Йәшерәктәр Һананиастың үле кәүҙәһен кәфенгә урап алып сыҡтылар ҙа ерләнеләр.
7Өс сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, уның ҡатыны ла килде. Ул булған хәл тураһында бер нәмә лә белмәй ине әле. 8Петрус унан:
– Әйт әле, ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы? – тип һораны.
– Эйе, ошо хаҡҡа, – тип яуап бирҙе уға ҡатын.
9Әммә Петрус:
– Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана ишектән иреңде ерләгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.
10Шул мәлдә ҡатын уның аяғына йығылып йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатынды үле килеш күрҙеләр һәм, алып сығып, ире янына ерләп ҡуйҙылар.
11Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишеткәндәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды.
Илселәр күрһәткән хикмәттәр
12Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Имандаштар бергәләшеп Сөләймән айуанында осрашып торҙо. 13Халыҡ уларҙы хөрмәт итһә лә, уларға ҡушылырға баҙнат итеүсе булманы. 14Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы. 15Петрус үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға алып сығып, түшәктәргә һалдылар. 16Йәрүсәлимгә яҡын-тирәләге ҡалаларҙан да бик күп халыҡ килде. Улар алып килгән ауырыуҙар һәм ен эйәләшкән кешеләрҙең бөтәһе лә һауыҡты.
Илселәр Юғары кәңәшмә алдында
17Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеүҙән шартлар хәлгә етеп, 18илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы. 19Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе килеп төрмә ишектәрен асты.
20– Барығыҙ, Алла йортона инегеҙ ҙә был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙе халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип, уларҙы сығарып ебәрҙе.
21Илселәр, фәрештәне тыңлап, таң менән Алла йортона килде һәм аң-белемгә өйрәтә башланы.
Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, Исраил халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар. 22-23Әммә хеҙмәтселәр килгәндә улар төрмәлә юҡ ине инде.
– Беҙ барғанда төрмә ныҡлы бикләнгән, ишектәр алдында һаҡсылар тора ине. Ләкин, эскә ингәс, бер кемде лә тапманыҡ, – тип һөйләп бирҙе улар, әйләнеп ҡайтҡас.
24Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм баш ҡаһиндар, быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалды. 25Шул мәл берәү килеп:
– Ана, ҡарағыҙ, һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр Алла йортонда халыҡты өйрәтә, – тип хәбәр итте.
26Ошонан һуң тәртип һаҡсылары башлыҡтары менән бергә илселәрҙе барып алып килделәр. Халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәргә көс ҡулланманылар. 27Уларҙы Юғары кәңәшмә ҡаршыһына баҫтырғас, иң баш ҡаһин:
28– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.
29Петрус һәм бүтән илселәр:
– Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ. 30Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте. 31Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе. 32Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.
33Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне. 34Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Ғамалиил исемле фарисей#5:34 Фарисей – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм ағзаһы. аяғүрә баҫты. Илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға ҡушты. 35Илселәр сығып киткәс:
– Исраилдар! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында ныҡлы уйлағыҙ. 36Күптән түгел бында үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Теудас тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө, төрлөһө төрлө яҡҡа тарҡалып, юҡҡа сыҡты. 37Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Ул да һәләк булды һәм уға эйәргән кешеләр таралып бөттө. 38Шуға күрә хәҙер һеҙгә әйтәм: был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ. Ниәтләгән эштәре бәндәләрҙән булһа, ул эштәр юҡҡа сығасаҡ. 39Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаҫһығыҙ, ни бары үҙегеҙҙе Аллаға ҡаршы ҡуйырһығыҙ, – тине Ғамалиил. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.
40Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар. 41Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте. 42Һәр көн улар Алла йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023