Ғәмәлдәр 20
20
Паулустың Македонияға һәм Грецияға сәфәре
1Боларыш туҡталғас, Паулус шәкерттәрҙе янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә юлланды. 2Шул ерҙәрҙән үткәндә, иманлыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Паулус Грецияла туҡталды. 3Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Быны белеп ҡалған Паулус Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде. 4Уны Бероянан Пуррос улы Сосипатрус, тессалоникеларҙан Аристархос һәм Секундос, Дербенан Гай, шулай уҡ Тимоҫеус һәм Асия өлкәһенән Тухикус менән Трофимус оҙата барҙы. 5Улар алдан китеп, беҙҙе Троас ҡалаһында көтөп торҙо. 6Ә беҙ Сөсө икмәк байрамынан һуң Филиппойҙан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, Троаста уларға барып ҡушылдыҡ. Беҙ унда ете көн булдыҡ.
Паулустың үлгән егетте терелтеүе
7Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Паулус йыйылған халыҡ менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды. 8Беҙ йыйылған өҫкө ҡаттағы бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине. 9Паулус һөйләп торған ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Әүтухус исемле йәш егетте йоҡо баҫты һәм ул, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Күтәреп алғанда ул үле ине.
10Паулус, урамға сығып, егетте эйелеп ҡыҫып ҡосаҡланы ла:
– Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә, – тине.
11Яңынан бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны. Халыҡ менән таңға хәтлем һөйләшеп ултырғандан һуң, юлға сыҡты. 12Ә теге йәш егетте тере килеш өйөнә алып ҡайттылар. Был хәлгә барыһы ла ҡыуанды.
Паулустың Милетос ҡалаһына китеүе
13Беҙ, карапҡа ултырып, Ассос ҡалаһына табан юл алдыҡ, Паулусты шунда ултыртып алырға уйланыҡ. Тәүҙә ҡоро ерҙән барырға теләп, ул үҙе шулай ниәтләне. 14Ассоста осрашҡас, Паулусты алып, Митулене ҡалаһына барҙыҡ. 15Унан киткәндең икенсе көнөндә Хиос утрауы ҡаршыһында туҡталдыҡ, ә иртәгәһен Самос утрауында инек һәм тағы бер көндән Милетос ҡалаһына барып еттек. 16Паулус, Асия өлкәһендә тотҡарланмаҫ өсөн, Эфесты ситләтеп уҙырға булды, сөнки ул мөмкинлек булғанда Уңыш байрамы еткәнсе Йәрүсәлимгә барып етергә ашыға ине. 17Ул берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртырға Милетостан Эфесҡа кешеләр ебәрҙе. 18Улар килеп еткәс:
– Асия өлкәһенә килгәндең тәүге көндәренән үк һеҙҙең менән булып, нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. – 19Йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙарға ҡарамай, күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде түгеп, Раббыға хеҙмәт иттем. 20Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем. 21Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.
22Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Йәрүсәлимгә барам. Унда мине нимә көткәнен дә белмәйем. 23Фәҡәт шуны беләм: ниндәй генә ҡалаға барһам да, Изге Рух мине бығауҙар һәм хәсрәт көтөүе тураһында иҫкәртә. 24Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.
25Алла Батшалығын арағыҙҙа йөрөп вәғәзләүемде ишеткәндәрегеҙҙең береһе лә мине бүтәнсә күрмәҫен хәҙер инде беләм. 26Шуға күрә бөгөн һеҙгә иғлан итәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ. 27Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.
28Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ. 29Мин киткәндән һуң арағыҙға аяуһыҙ бүреләр киләсәген беләм, улар көтөүҙе йәлләп тормаясаҡ. 30Хатта һеҙҙең арағыҙҙан да, шәкерттәрҙе үҙҙәренең арттарынан эйәртеп алып китеү өсөн, хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүселәр сығасаҡ. 31Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. 32Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәте тураһындағы һүҙгә тапшырам. Уның һүҙе ышанысығыҙҙы тағы ла нығытырға һәм Үҙенең изге халҡы араһында һеҙгә өлөш бирергә һәләтле.
33Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым. 34Һеҙ беләһегеҙ, үҙемдең һәм янымда булғандарҙың ихтыяждарын бына ошо ҡулдарым ҡәнәғәтләндерҙе. 35Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.
36Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды. 37Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте. 38Бигерәк тә уның «мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Шунан уны карапҡаса оҙата барҙылар.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 20: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
![None](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapi.com%2F58%2Fhttps%3A%2F%2Fweb-assets.youversion.com%2Fapp-icons%2Fen.png&w=128&q=75)
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023