YouVersion Logo
Search Icon

Лукас 6:27-49

Лукас 6:27-49 БАШИЯ2023

Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға, әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ, үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫкө кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама. Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама. Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ. Үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, һеҙгә нимә өсөн рәхмәт әйтергә һуң? Гонаһлылар ҙа үҙҙәрен яратҡан кешеләрҙе ярата. Үҙегеҙгә яҡшылыҡ эшләүселәргә генә яҡшылыҡ ҡылһағыҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа шулай эшләй. Бурысҡа биргәндә, кире алырмын, тип уйлап бирһәгеҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа бер-береһенә бурысҡа биргәндә шул уҡ кимәлдә кире ҡайтарыуға иҫәп тота. Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы. Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ. Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәфү ителерһегеҙ. Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар. Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләне: – Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме? Шәкерт үҙенең остазынан өҫтөн булмай, ләкин, өйрәнеп алғандан һуң, һәр береһе остазы кеүек була. Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Эй, ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың. Бер яҡшы ағас та насар емеш бирмәй, һәм, киреһенсә, бер насар ағас та яҡшы емеш бирмәй. Һәр ағас емешенә ҡарап беленә. Билсәндән – инжир, ә сәнскәктән йөҙөм йыймайҙар. Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була. Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ? Минең яныма килеп, һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәүсене кемгә тиңләп була? Һеҙгә әйтәм: ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан сыҡҡан һыу, шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай, сөнки ныҡ итеп төҙөлгән. Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән.