YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 31

31
Яҡуптың Лавандан ҡасып китеүе
1Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында:
– Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды. 2Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.
3Раббы Яҡупҡа:
– Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.
4Яҡуп, көтөүебеҙ йөрөгән яланға килһендәр тип, Рәхилә менән Лиә артынан кеше ебәрҙе 5һәм уларға былай тине:
– Күреп торам: атайығыҙҙың миңә мөнәсәбәте элекке кеүек түгел. Әммә атайымдың Аллаһы минең менән. 6Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: атайығыҙға арымай-талмай хеҙмәт иттем, 7ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы. 8Әгәр атайығыҙ миңә: «Һиңә ала малдар менән түләйем», – тиһә, бөтә мал ала булып тыуҙы. «Һиңә буйлы мал менән түләйем», – тиһә, барлыҡ бәрәстәр буйлы булып тыуҙы. 9Шулай итеп Алла атайығыҙҙың малдарын алды, миңә бирҙе.
10Бер ваҡыт мал ҡасҡан ваҡытта кәзәләрҙе ҡасырған тәкәләр гел буйлы, ала йәки сыбар, имеш, тип төш күргәйнем. 11Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин. 12Ул миңә былай тине: «Ҡара, кәзәләрҙе ҡасырған бөтә тәкәләр – йә буйлы, йә ала, йә сыбар. Лавандың һиңә ни ҡылғанын Мин күреп торам. 13Мин – Бейт-Илдәге Алла бит, таш бағанаға зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».
14Рәхилә менән Лиә Яҡупҡа былай тип яуап ҡайтарҙы:
– Атайыбыҙҙың мөлкәтендә беҙҙең өлөшөбөҙ йәки мираҫыбыҙ ҡалдымы ни әле? 15Беҙҙе ул сит кешеләргә һанай; сөнки беҙҙе һатты, ә беҙҙең өсөн алған көмөштө ашап бөттө. 16Шулай булғас, Алла атайыбыҙҙан тартып алған бөтә байлыҡ беҙҙеке һәм балаларыбыҙҙыҡы. Әйҙә, Алла һиңә ни бойорһа, шуны эшлә.
17Яҡуп бала-сағалары менән ҡатындарын дөйәләргә мендерҙе, 18йыйған бөтә байлығын, Паддан-Арамда үрсеткән малдарын алды ла Ҡәнғәнгә, үҙ атаһы Исхаҡ янына ҡайтыу яғына ыңғайланы.
19Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды. 20Шулай итеп Яҡуп уға бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡайтып китеүе менән арами Лаванды алданы. 21Ул бөтә мал-мөлкәтен алып, Евфрат йылғаһын аша сыҡты ла Ғилғәд тауҙарына табан йүнәлде.
Лавандың Яҡупты ҡыуа төшөүе
22Өсөнсө көндө Лаванға Яҡуптың ҡасып киткәнен әйттеләр. 23Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан баҫтыра төштө. Ете көндән һуң ул уны Ғилғәд тауҙарында ҡыуып етте. 24Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине:
– Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!
25Лаван Яҡуптың янында ғына ине инде. Яҡуп, Ғилғәд тауында туҡталып, сатырҙарын ҡороп ебәргәйне. Лаван да туғандары менән бергә шунда сатырҙарын ҡорҙо. 26Лаван Яҡупҡа былай тине:
– Ни эшләнең һин? Ниңә һин мине алдап, ҡыҙҙарымды ҡорал аҫтындағы әсирҙәй итеп алып киттең! 27Нишләп миңә бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡасып сығып киттең? Мин бит һине йырлап-бейеп, дөңгөр ҡағып, арфа ҡылдары сиртеп оҙатыр инем. 28Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Алйотлоҡ ҡылдың һин! 29Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!» – тине.
30– Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?
31Яҡуп Лаванға былай тип яуап ҡайтарҙы:
– Мин ҡыҙҙарыңды тартып алырһың, тип ҡурҡтым. 32Әммә илаһтарың берәйһендә табылһа, ул бәндә тере ҡалмаясаҡ. Туған-ырыуыбыҙҙың күҙ алдында бөтә нәмәмде лә тикшер ҙә үҙеңдеке булған әйберҙе ал.
Яҡуп илаһ һындарын Рәхилә урлағанын белмәй ине.
33Лаван Яҡуптың да, Лиәнең дә, ике хеҙмәтсе ҡатындың да сатырҙарын ҡарап сыҡты, әммә бер нәмә лә тапманы. Лиәнең сатырынан сыҡҡас, ул Рәхиләнең сатырына инде. 34Ул арала Рәхилә илаһ һындарын дөйә эйәре аҫтына алып тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы сатырҙа ни тиклем аҡтарынһа ла, илаһтарҙы тапманы. 35Рәхилә уға:
– Асыуланма, атай, мин ҡатын-ҡыҙ ауырыуы менән ауырығанлыҡтан, тора алмайым, – тине.
Лаван бөтә ерҙә эҙләһә лә, бер ни ҙә тапманы.
36Яҡуп, бик ныҡ асыуланып, Лаванды ғәйепләй башланы.
– Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең? 37Бөтә әйберемде аҡтарып ҡарап сыҡтың – нимәңде таптың? Күрһәт, әйҙә, үҙеңдең дә, минең дә туғандарым алдында – хөкөм итһендәр беҙҙе.
38Һиңә егерме йыл эшләнем, мин барҙа бер кәзәң дә, бер һарығың да бәрәс һалманы. Хатта көтөүеңдәге бер һарыҡ тәкәһен дә һуйып ашаманым. 39Малыңды йыртҡыс тамаҡлаған саҡтарҙа ла уны һиңә килтереп торманым, зыянды үҙем ҡапланым. Көндөҙ юғаламы малың, төндәме – һин минән талап иттең. 40Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым. 41Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң. 42Әгәр ҙә мәгәр атамдың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.
43Лаван Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе:
– Был ҡатындар – минең ҡыҙҙарым, балалар – минең ейәндәрем, мал – минең малым. Бында һинең күҙ алдыңдағы бөтә нәмә – минеке. Ҡыҙҙарымды, ейәндәремде ҡыйырһыта буламмы ни? 44Әйҙә, үҙ-ара килешеү төҙөйөк, ул беҙҙең арала шаһит булһын.
45Яҡуп бер ҙур ташты алды ла уны бағана итеп баҫтырып ҡуйҙы. 46Шунан туғандарына:
– Таш йыйығыҙ, – тине.
Улар таштан бер өйөм яһаны. Һуңынан шуның янында ашап-эстеләр. 47Лаван был өйөмдө Егар-Саһадуҫа, ә Яҡуп Галғед#31:47 Егар-Саһадуҫа, Галғед – боронғо арами телендәге «Егар-Саһадуҫа» ла, йәһүд телендәге «Галғед» та «шәһәҙәт өйөмө» тигәнде аңлата. тип атаны. 48Шунан Лаван:
– Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине.
Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар. 49Уны тағы Миспа#31:49 Миспа – йәһүд телендә «күҙәтсе манараһы» тигән мәғәнәлә. тип тә йөрөтәләр, сөнки Лаван былай тип тә өҫтәне:
– Бер-беребеҙҙән айырылышҡас, икебеҙҙе лә Раббы күҙәтеп торһон. 50Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнән ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә.
51– Ҡара уны, – тине Лаван тағы Яҡупҡа, – был таш өйөмө һәм арабыҙға мин ҡуйған был таш бағана – 52беҙҙең шаһиттарыбыҙ. Был өйөм янынан һинең яғыңа яман уй менән мин дә сығыр булмам, өйөм менән таш бағанының биръяғына һин дә яман уй менән сығаһы булма. 53Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын.
Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте. 54Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды. 55Иртәгәһен Лаван, ейәндәре менән ҡыҙҙарын үбеп, фатихаһын бирҙе лә өйөнә ҡайтып китте.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in