Матфей 6:16-18
Матфей 6:16-18 BSKNT14
Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. Ураҙа тотҡаныңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрһен өсөн, ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу; шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.