YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 18

18
Күктәр Батшалығында кем бөйөгөрәк
1Шул ваҡыт Ғайса янына шәкерттәре килеп:
– Күктәр Батшалығында кем иң бөйөгө? – тип һораны.
2Ғайса бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы 3ла:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине. 4– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен кесе итеп тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө. 5Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә.
Ҡотҡо тураһында
6Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
7Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!
8Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! Ике ҡулың һәм ике аяғың менән мәңгелек утҡа ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы йәки аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. 9Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ситкә ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк.
Юғалған һарыҡ хаҡында ҡисса
10-11Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала#18:10 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 11-се аят та бар: «Әҙәм Улы һәләк булғанды ҡотҡарырға килде»..
12Нисек уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе аҙашһа, ул туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләп китмәҫ инеме икән? 13Тапһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр. 14Һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ҙа шулай: түбән заттарҙың береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.
Әгәр имандашың гонаһ ҡылһа
15Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарған булырһың. 16Тыңламаһа инде, «һәр эш ике йәки өс шаһит тарафынан раҫланһын» өсөн, үҙең менән бер йәки ике кешене алып бар. 17Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә#18:17 Имандаштар берҙәмлеге – грексанан һүҙмә-һүҙ «иманлылар йыйыны». Һүҙлектә «имандаштар берҙәмлеге»н ҡарағыҙ. һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларын да тыңламаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын.
18Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе күктә Алла рөхсәт итәсәк.
19Тағы һеҙгә әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, Күктәге Атамдан ни генә һораһағыҙ ҙа, Ул уны эшләйәсәк. 20Сөнки Минең хаҡҡа икәүләп йәки өсәүләп йыйылһалар, Мин дә улар араһында буласаҡмын.
Мәрхәмәтһеҙ хеҙмәтсе хаҡында ҡисса
21Шунан Уның янына Петр килеп:
– Хужам, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны.
22– Юҡ, етегә тиклем түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем, – тип яуап бирҙе уға Ғайса. – 23Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша үҙенең хеҙмәтселәренән иҫәп-хисап эшен талап иткән. 24Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант#18:24 Талант – римлыларҙың иң ҙур аҡса берәмеге. Ул 30 килограмм көмөшкә, йәки алты мең динарға тиң. Динар – эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән. бурысы булған бер кешене алып килгәндәр. 25Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән. 26Был хеҙмәтсе батша алдында йөҙтүбән ҡапланып: «Бурысымды кисектереп торсо! Мин һиңә уны аҙаҡ тулыһынса ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған. 27Батша, хеҙмәтсене йәлләп, бурысын бәхилләгән һәм уны ебәргән.
28Ләкин был хеҙмәтсе, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Миңә күпме бурысың бар, бөтәһен дә түлә!» – тип талап иткән. 29Тегеһе, тубыҡланып, уға: «Бурысымды кисектереп торсо, мин ҡайтарып бирермен!» – тигән. 30Әммә ул, риза булмайынса, бурысын түләгәнгә тиклем уны төрмәгә ултыртҡан. 31Батшаның бүтән хеҙмәтселәре быны күреп бик ҡайғырған һәм бар булған хәлде хужаларына барып һөйләп биргәндәр. 32Шунан һуң батша теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алып былай тигән: «Яраҡһыҙ хеҙмәтсе! Һин үтенгәс, бөтә бурысыңды бәхилләнем. 33Мин рәхимлек күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә рәхимлек күрһәтергә тейеш түгел инеңме ни?» 34Һәм асыуланған батша хеҙмәтсене, бөтә бурысын түләп бөткәнгә тиклем, язалаусылар ҡулына тапшырған.
35Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ.

Currently Selected:

Матфей 18: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in