YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 14

14
Сумдырыусы Яхъяның башын ҡырҡыу
1Шул ваҡытта Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр Галилея идарасыһы Иродҡа барып ишетелде. 2Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине. 3Ирод, үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында, Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә япҡайны. 4Сөнки Яхъя Иродҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне. 5Ирод Яхъяны үлтерер ине, әммә уны пәйғәмбәр тип иҫәпләгән халыҡтан ҡурҡты.
6Тыуған көнөндә Иродиаданың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене һәм был Иродҡа шул тиклем оҡшаны, 7ҡыҙ нимә генә һорамаһын, бөтәһен дә бирергә ант итте. 8Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә:
– Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине.
9Батша ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән анты хаҡына ҡыҙҙың теләген үтәргә 10һәм төрмәлә Яхъяның башын ҡырҡтырырға әмер бирҙе. 11Башты ҡоштабаҡҡа һалып алып килеп, ҡыҙға бирҙеләр, ә ул әсәһенә тапшырҙы. 12Һуңыраҡ Яхъяның шәкерттәре килеп уның кәүҙәһен алып китте. Уны ҡәбергә һалғас, был хаҡта Ғайсаға барып һөйләнеләр.
Биш мең кешене туйҙырыу
13Ғайса иһә, был хаҡта ишеткәс, яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Әммә халыҡ, быны белеп ҡалғас, ҡалаларынан сығып яр буйлап Уның артынан эйәрҙе. 14Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы. 15Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде:
– Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар.
16– Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса.
17Шәкерттәре Ғайсаға:
– Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр.
18– Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса.
19Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 20Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. 21Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине.
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
22Бынан һуң Ғайса шунда уҡ шәкерттәренә кәмәгә ултырып, Унан алдараҡ аръяҡҡа сығырға ҡушты, ә Үҙе халыҡты оҙатып ҡалды. 23Халыҡты оҙатҡас, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәс, бында бер үҙе ҡалды. 24Ә кәмә ярҙан алыҫ#14:24 Алыҫ – грекса «күп стадия». Бер стадия – 192 м. киткәйне инде. Ел ҡаршы булғанлыҡтан, кәмәгә көслө тулҡындар килеп бәрелде. 25Таң атып килгән мәлдә#14:25 Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы. Ғайса күл өҫтөнән атлап шәкерттәре янына китте. 26Улар, Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүен күреп, ҡурҡып киттеләр ҙә:
– Был өрәк! – тип ҡоттары осоп ҡысҡырып ебәрҙеләр.
27– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине шунда уҡ уларға Ғайса.
28Шунан Петр Уға:
– Хужам! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап үҙеңдең яныңа барырға әмер бирсе, – тип өндәште.
29– Кил, – тине уға Ғайса.
Петр кәмәнән төштө лә, һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы. 30Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы.
– Хужам, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.
31Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды:
– Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?
32Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды. 33Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп:
– Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.
34Улар, күлде аша сығып, Геннисарет ярына сыҡты. 35Урындағы халыҡ Ғайсаны танып, был хаҡта бөтә әйләнә-тирәгә хәбәр таратты һәм Уға барса ауырыуҙарҙы алып килделәр. 36Улар Ғайсанан кейеменең салғыйына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты.

Currently Selected:

Матфей 14: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in