YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 8:29-31

Ғәмәлдәр 8:29-31 BSKNT14

Рух Филипҡа: – Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине. Филипп арба янына йүгерҙе һәм хәбәштең Ишағыя пәйғәмбәр яҙған китапты ҡысҡырып уҡығанын ишетте. – Уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны унан. – Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, Филипҡа үҙ янына ултырырға тәҡдим итте.