YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 5

5
Анания менән Сапфираның алдашыуы
1Анания исемле берәү, ҡатыны Сапфира менән бергә ер-мөлкәтен һатып, 2һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн ҡатынының ризалығы менән йәшереп ҡалдырҙы, ә ҡалғанын илселәргә килтереп бирҙе. 3Әммә Петр:
– Анания! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгең менән идара итергә ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. – 4Һатылмаған хәлдә был ер үҙеңдеке булып ҡалмаҫ инеме ни? Һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке була ине бит. Ни өсөн алдашырға уйланың? Һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың. 5Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Анания йығылып китте лә йән бирҙе. Был хәл тураһында хәбәрҙар булған кешеләрҙең ҡото осто. 6Ананияның үле кәүҙәһен егеттәр кәфенгә урап алып сығып, күмеп ҡуйҙы.
7Өс сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, уның ҡатыны ла килде. Ул булған хәлде белмәй ине әле. 8Петр унан:
– Әйт әле миңә, ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы? – тип һораны.
– Эйе, ошо хаҡҡа, – тип яуап бирҙе уға ҡатын.
9Әммә Петр:
– Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана иреңде күмгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.
10Ҡатын шунда уҡ, уның аяғына йығылып, йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатындың үлгәнлеген күрҙеләр һәм алып сығып ире янына күмеп ҡуйҙылар.
11Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишетеүселәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды.
Илселәр күрһәткән хикмәттәр
12Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Иман тотоусылар берҙәм рәүештә Сөләймәндең бағаналы залында осрашып торҙо. 13Халыҡ уларҙы хөрмәт итте, ләкин ят кешеләрҙән бер кем дә уларға ҡушылырға баҙнат итмәне. 14Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды һәм уларҙың һаны арта барҙы. 15Петр үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға сығарып, күтәреп йөрөтөү ҡоролмаларына һәм түшәктәргә һалдылар. 16Иерусалимға яҡын-тирәләге ҡалаларҙан бик күп халыҡ килде. Улар алып килгән ауырыуҙар һәм ен эйәләшеүҙән ғазап сигеүселәрҙең бөтәһе лә һауыҡты.
Илселәр Юғары кәңәшмә алдында
17Иң баш рухани һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеп 18илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы. 19Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе төрмә ишектәрен асты ла:
20– Барығыҙ, был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙең бөтәһен дә Алла Йортонда халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип уларҙы сығарып ебәрҙе.
21Илселәр уны тыңлап иртә таңдан Алла Йортона килде һәм өйрәтә башланы.
Ә иң баш рухани һәм уның яҡлылар, Израиль халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар. 22Әммә хеҙмәтселәр, төрмәлә уларҙы тапмайынса, кире ҡайтты.
23– Беҙ барғанда төрмә ныҡлы бикләнгән, ишектәр янында һаҡсылар баҫып тора ине. Ләкин эскә ингәс, бер кемде лә тапманыҡ, – тине улар.
24Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм баш руханиҙар быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалдылар. 25Шул мәлдә берәү килеп:
– Ана, ҡарағыҙ, һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр Алла Йортонда халыҡты өйрәтә, – тип хәбәр итте.
26Ошонан һуң тәртип һаҡсылары менән бергә уларҙың башлығы ла шунда барҙы һәм, халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәрҙе алып килгәндә көс ҡулланманы. 27Уларҙы Юғары кәңәшмә ҡаршыһына баҫтырғас, иң баш рухани:
28– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был исемдән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Иерусалимға тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлеме өсөн беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.
29Петр һәм бүтән илселәр:
– Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк. 30Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте. 31Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе. 32Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.
33Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне. 34Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Гамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты ла илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға әмер бирҙе. 35Илселәр сығып киткәс:
– Израилдәр! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында яҡшы уйлағыҙ. 36Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты. 37Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Әммә ул һәләк булғандан һуң, уға эйәргән кешеләр ҙә таралды. 38Шуға күрә хәҙер һеҙгә әйтәм: был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ. Ниәттәре-эштәре бәндәләрҙән булһа, ул юҡҡа сығасаҡ. 39Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаясаҡһығыҙ. Ә үҙегеҙ Аллаға ҡаршы көрәшеүселәр булып ҡуймағайығыҙ, – тине ул. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.
40Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар. 41Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр. 42Һәр көн улар Алла Йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы.

Currently Selected:

Ғәмәлдәр 5: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in