1
Маркус 14:36
Изге Яҙма
– Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәрсе! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.
Compare
Explore Маркус 14:36
2
Маркус 14:38
Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
Explore Маркус 14:38
3
Маркус 14:9
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр.
Explore Маркус 14:9
4
Маркус 14:34
Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ. Уяу булығыҙ!
Explore Маркус 14:34
5
Маркус 14:22
Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
Explore Маркус 14:22
6
Маркус 14:23-24
Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте. – Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.
Explore Маркус 14:23-24
7
Маркус 14:27
– Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.
Explore Маркус 14:27
8
Маркус 14:42
Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.
Explore Маркус 14:42
9
Маркус 14:30
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә таң әтәсе ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине уға Ғайса.
Explore Маркус 14:30
Home
Bible
Plans
Videos