Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килде лә Уның аяғына йығылды. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та һауығыуы тураһында бөтә халыҡ алдында һөйләп бирҙе. Ғайса уға:
– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тине.