1
Лукас 10:19
Изге Яҙма
Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер нәмә лә зыян килтерә алмаҫ.
Compare
Explore Лукас 10:19
2
Лукас 10:41-42
– Эй Марта, Марта! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тине уға Ғайса Раббы, – ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.
Explore Лукас 10:41-42
3
Лукас 10:27
– «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуапланы ҡанун белгесе.
Explore Лукас 10:27
4
Лукас 10:2
Шәкерттәренә Ул былай тине: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен.
Explore Лукас 10:2
5
Лукас 10:36-37
Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораны Ғайса. – Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуапланы ҡанун белгесе. – Бар, һин дә шулай эшлә, – тине уға Ғайса.
Explore Лукас 10:36-37
6
Лукас 10:3
Барығыҙ! Мин һеҙҙе бүреләр араһына бәрәстәр кеүек ебәрәм.
Explore Лукас 10:3
Home
Bible
Plans
Videos