Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм. Ер имен-аман торғанда:
Сәсеү менән ураҡ,
Эҫе менән һыуыҡ,
Йәй менән ҡыш,
Көн менән төн
Һәр ваҡыт буласаҡ», – тине.