Раббы ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм. Ер имен-аман торғанда:
сәсеү менән ураҡ,
эҫе менән һыуыҡ,
йәй менән ҡыш,
көн менән төн
һәр ваҡыт буласаҡ», – тине.