1
Лука 13:24
Инжил
– Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.
Compare
Explore Лука 13:24
2
Лука 13:11-12
Унда бер ҡатын булған. Уның эсендә ун һигеҙ йыл буйы шаҡшы рух йәшәгән. Был рух уны ғәрипләндергән, ҡатын бөкрәйеп төшкән һәм бөтөнләй турая алмаған. Ғайса, уны күреп, Үҙе янына саҡырып алған да: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тигән.
Explore Лука 13:11-12
3
Лука 13:13
Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған.
Explore Лука 13:13
4
Лука 13:30
Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренсе булғандарҙың ҡайһы берҙәре аҙаҡҡы булыр.
Explore Лука 13:30
5
Лука 13:25
Өй хужаһы урынынан тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ тышҡы яҡта ҡалып ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнлегегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.
Explore Лука 13:25
6
Лука 13:5
Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, барығыҙ ҙа улар кеүек һәләк булырһығыҙ.
Explore Лука 13:5
7
Лука 13:27
Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнлегегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тип әйтер.
Explore Лука 13:27
8
Лука 13:18-19
Шунан һуң Ғайса былай тип һөйләгән: – Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Миңә Уны нимә менән сағыштырырға? Ул кешенең үҙ баҡсаһына ултыртҡан горчица орлоғона оҡшаған: үҫеп еткәс ағасҡа әүерелә һәм ҡоштар уның ботаҡтарында оя ҡора.
Explore Лука 13:18-19
Home
Bible
Plans
Videos