የYouVersion አርማ
የፍለጋ አዶ

Яхъя 1

1
«Һүҙ Кеше булды»
1Иң башта Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған, һәм Һүҙ Алла булған. 2Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.
3 # Баш 1:3; Зәб 32:6. Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән. 4Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған. 5Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый. Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты йота алмаған.
6Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне. 7Ул шаһит булып килде. Уның арҡаһында барыһы ла был Яҡтылыҡҡа инанһын өсөн, шаһитлыҡ ҡылырға килде. 8Ул үҙе Яҡтылыҡ түгел ине, әммә Яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылырға ебәрелде.
9 # Ишғ 9:2; 60:1. Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде. 10Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы. 11Ул Үҙенекеләр янына килде, әммә улар Уны ҡабул итмәне. 12Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе. 13Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.
14Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
15Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине» тип һөйләгәнем – бына Ул Үҙе, – тип ҡысҡырып иғлан итте.
16Уның сикһеҙ мәрхәмәтенән беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ. 17Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде. 18#Сығ 33:20.Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.
Яхъяның шаһитлыҡ ҡылыуы
(Маҫ 3:1-12; Мрк 1:2-8; Лк 3:1-18)
19-20Йәһүд хакимдары Йәрүсәлимдән ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе#1:19-20 Леви – Яҡуптың улдарының береһе. Алла бойороғо буйынса, Леви нәҫеленән булған кешеләр генә Алла йортонда ҡаһин ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Уларҙы левиҙәр тип атағандар (ҡарағыҙ: «Иҫәп алыу», 3:6-13). Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул яуап биреүҙән баш тартманы. Йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ:
– Мин Мәсих түгел, – тип шаһитлыҡ итте.
21– Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һоранылар.
– Юҡ, – тине Яхъя.
– Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме?
Ул йәнә:
– Юҡ, – тип яуапланы.
22– Улайһа, кем һуң һин? – тип һаман ныҡыштылар. – Беҙҙе бында ебәргән кешеләргә беҙ һинең яуабыңды еткерергә тейешбеҙ. Үҙең тураһында ни әйтерһең?
23 # Ишғ 40:3. – Мин – Ишағыяһ пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.
24Улар араһындағы фарисей#1:24 Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө. вәкилдәре:
25– Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын#1:25 Һыуға сумдырыу йолаһы – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола. башҡараһың? – тип һоранылар.
26Яхъя уларға:
– Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар. 27Минән һуң килгән Зат – Ул, ә мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе.
28Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Бейт-Әниәлә булды. 29#Ишғ 53:7, 11.Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп:
– Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. – 30«Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе. 31Мин Уны танымай инем, ләкин, Уны Исраил халҡы белһен өсөн, һыуға сумдырыу йолаһын башҡарырға килдем.
32Яхъя шаһитлыҡ ҡылды:
– Мин Уға күктән күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем. 33Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне. 34Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.
Ғайсаның беренсе шәкерттәре
(Маҫ 4:18-22; Мрк 1:16-20; Лк 5:2-11)
35Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда, 36үтеп барған Ғайсаны күреп:
– Ҡарағыҙ, ана, Алла Бәрәсе, – тине.
37Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте. 38Ғайса, артына боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә:
– Һеҙгә нимә кәрәк? – тине.
– Рабби (Рабби – «Остаз» тигәнде аңлата), Һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һоранылар.
39– Әйҙәгеҙ, күрерһегеҙ, – тине Ғайса.
Сәғәт дүрттәр тирәһе ине. Улар, Ғайса менән барып, ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискә тиклем Уның янында булдылар.
40Яхъянан ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас ине. 41#Сығ 28:41; 2 Бат 22:51; Зәб 2:2.Ул, иң тәүҙә ағаһы Шимғонды эҙләп табып, уға:
– Беҙ Мәсихте таптыҡ, – тине. Мәсих – «мәсехләнгән Зат#1:41 Мәсих – грекса «Христос». Алла тарафынан донъяны ҡотҡарыу өсөн һайланып мәсехләнгән Зат. Элек, Алла ҡушыуы буйынса, Исраил батшаларын билдәләгәндә, ҡаһиндар уның башына зәйтүн майы һөртөр булған.» тигәнде аңлата.
42Ул Шимғонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Шимғонға текләп ҡарап:
– Һин Яхъя улы Шимғонһың, әммә Кефас тип аталырһың, – тине. Кефас һәм Петрус «ҡая» тигәнде аңлата.
43Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филиппусты осратып:
– Миңә эйәр! – тине.
44Әндриас менән Петрус кеүек Филиппус та Бейт-Сайда ҡалаһынан ине.
45 # Ҡнн 18:18; Ишғ 9:6; Зөл 37:24; Днл 9:24; Мих 5:2; Зәк 9:9. Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып:
– Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.
46Наҫанаил иһә быға ҡаршы:
– Назаранан йүнле нәмә сығамы ни? – тип яуапланы.
– Барайыҡ, үҙең күрерһең, – тине Филиппус.
47Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында:
– Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.
48– Һин мине ҡайҙан беләһең? – тине Наҫанаил.
– Филиппус саҡырғанға тиклем үк Мин һине инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуапланы Ғайса.
49Наҫанаил Уға:
– Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.
50– Минең: «Һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», – тигәнем өсөн генә ышанаһыңмы? Бынан да күберәкте күрерһең әле, – тип Ғайса 51#Днл 7:13.һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына#1:51 «Әҙәм Улы» тип Ғайса Үҙен әйтә. төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ.

Currently Selected:

Яхъя 1: БашИЯ2023

ማድመቅ

Share

Copy

None

ያደመቋቸው ምንባቦች በሁሉም መሣሪያዎችዎ ላይ እንዲቀመጡ ይፈልጋሉ? ይመዝገቡ ወይም ይግቡ